Документтың тулы йөкмәткеһе менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың интернеттағы рәсми сайтында танышырға мөмкин. Башҡортостандың төп финанс документына ярашлы киләһе йылда килемдәр күләме 172 миллиард 200 миллион һум, сығымдар – егерме миллиардҡа күберәк иҫәпләнә. Сығымдарҙың өстән ике өлөшөн социаль өлкәгә йүнәлтеү планлаштырыла. Өҫтөн бурыс – Рәсәй Федерацияһының милли проекттарын бойомға ашырыу. Ултырыштың көн тәртибендә тикшерелгән утыҙлап закон проектының күбеһе беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Депутаттар шулай уҡ Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлыҡтың төбәк идаралығының 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтен тыңланы.
22 ноября 2018 — 17:04