К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла йәшәүселәр бензниға хаҡ күтәрелгәнгә протест ойошторған. Меңәрләгән халыҡ ҡала урамдарына сыҡҡан.  Һөҙөмтәлә, ике кеше һәләк булған, 500-ҙән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған. 17 полиция хеҙмәткәре ауыр яраланған. Был хәрәкәт “һары жилеттар” тигән атама алған, сөнки урамға сығыусылар водителдәрҙә мотлаҡ булырға тейешле һары жилеттар кейгән.
  • Корея халыҡ демократик республикаһы Көньяҡ Корея сигендәге һаҡсылар посттарын юҡ итә башлаған. Ошо рәүешле Пхеньян менән Суел илдәр араһындағы көсөргәнешлекте кәметеү тураһындағы килешеүеҙең шарттарын үтәй. Киләсәктә ике Корея ла сиктәге нығытмаларҙы тулыһынса бөтөрөп, уны тыныслыҡ майҙанына әйләндерерҙәр, тип көтөлә.
  • Гибралтарҙың кемгә ҡарағаны тураһында бәхәс тыуған. Ошо арҡала Испания Бөйөк Британияға Евросоюздан сығыуға тыйыуҙар һалырға янай. Илдең премьер-министры был биләмә буйынса һорауҙарҙы Брюссель һәм башҡа башҡалалар менән түгел, ә Мадрид менән генә тикшерергә талап итә. Евросоюз был дәғүәләрҙе саммитта ҡарарға вәғәҙә биргән.
  • Флоренция өҫтөндәге һауа төрлө төҫтәргә мансылды. “Сәскәләр ҡалаһы һауала» исемле шоу менән Ҡытай рәссамы үҙенең күргәҙмәһен асҡан. Цай Гоцян һүрәттәрҙе пиротехника ярҙамында төшөрә. Был эшкә уны Яңырыу дәүеренә ҡарған картиналар илһамландырған.
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика