Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Францияла йәшәүселәр бензниға хаҡ күтәрелгәнгә протест ойошторған. Меңәрләгән халыҡ ҡала урамдарына сыҡҡан.  Һөҙөмтәлә, ике кеше һәләк булған, 500-ҙән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған. 17 полиция хеҙмәткәре ауыр яраланған. Был хәрәкәт “һары жилеттар” тигән атама алған, сөнки урамға сығыусылар водителдәрҙә мотлаҡ булырға тейешле һары жилеттар кейгән.
  • Корея халыҡ демократик республикаһы Көньяҡ Корея сигендәге һаҡсылар посттарын юҡ итә башлаған. Ошо рәүешле Пхеньян менән Суел илдәр араһындағы көсөргәнешлекте кәметеү тураһындағы килешеүеҙең шарттарын үтәй. Киләсәктә ике Корея ла сиктәге нығытмаларҙы тулыһынса бөтөрөп, уны тыныслыҡ майҙанына әйләндерерҙәр, тип көтөлә.
  • Гибралтарҙың кемгә ҡарағаны тураһында бәхәс тыуған. Ошо арҡала Испания Бөйөк Британияға Евросоюздан сығыуға тыйыуҙар һалырға янай. Илдең премьер-министры был биләмә буйынса һорауҙарҙы Брюссель һәм башҡа башҡалалар менән түгел, ә Мадрид менән генә тикшерергә талап итә. Евросоюз был дәғүәләрҙе саммитта ҡарарға вәғәҙә биргән.
  • Флоренция өҫтөндәге һауа төрлө төҫтәргә мансылды. “Сәскәләр ҡалаһы һауала» исемле шоу менән Ҡытай рәссамы үҙенең күргәҙмәһен асҡан. Цай Гоцян һүрәттәрҙе пиротехника ярҙамында төшөрә. Был эшкә уны Яңырыу дәүеренә ҡарған картиналар илһамландырған.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Иглин һуғаны | ГТРК «Башкортостан»

Иглин һуғаны

Ғалимдар юғалып барған данлыҡлы Иглин һуғанын тергеҙә. Яңы сорт «Иглин-2» тип аталасаҡ. 89 йәшен тултырып килеүсе Татьяна Емельяновнаға һуған үҫтереү серҙәре бала саҡтан таныш. Бар ғүмерем ошо йәшелсә менән бәйле, ти ул. Әле лә баҡсала 20 сорт һуған ултыртылған.Савичевтар ғаиләһе өсөн һуған үҫтереп...

3 часа 11 минут назад
Хәүефһеҙ юлдар | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ юлдар

Өфөлә  хәүефле юл участкалары тикшерелде. Бигерәк тә мәктәп эргәһендәге юлдарҙы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы йыһазландырыу, яҡтыртыу бурысы ҡуйылды. Башҡаланың Жуков урамының был өлөшөндә машиналар, ғәҙәттә, юғары тиҙлектә йөрөй. Ә юл аша ғына ҙур сауҙа үҙәге урынлашҡан. Йыш ҡына авариялар...

3 часа 12 минут назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

3 часа 13 минут назад
Смотреть видео Ер бүлеме урынына 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер бүлеме урынына 250 мең һум

Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлеме урынына 250 мең һум аҡса бирелеүе ихтимал. Был проектты  сентябрҙән ғәмәлгә ашыра башлау ҡарала. Түләүгә кемдәр дәғүә итә ала, уны нимәгә тотонорға мөмкин? Был яланда һуңғы тапҡыр арыш йыйыла. Оҙаҡламай ошо биләмәлә...

3 часа 14 минут назад
Смотреть видео Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр

 Рәсәй Хөкүмәте өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн  18 миллиард 400 миллион һум бүлде.Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы,  ил буйынса  718 меңдән ашыу бала түләү  алырға тейеш. Башҡортостанға был маҡсатҡа 660...

3 часа 15 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй

Мотлаҡ койка фонды, дарыуҙар – Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығына запас әҙерләргә тәҡдим итте. Коронавирусҡа бәйле хәл төбәктә тигеҙ, әммә күрһәткестәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреше теркәлмәй. Башҡортостан сир таралыу хәүефе сәбәпле сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй. Радий Хәбиров...

3 часа 17 минут назад
Смотреть видео Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар быйыл мул уңыш алып һөйөнә

Көндәр йылы тороу арҡаһында уңыш быйыл мул, ти улар. Благовещен районы Ошмянка ауылынан  Алтынбаевтар өсөн умартасылыҡ быуындан-быуынға тапшырылып килгән шөғөл. Альберт Михайлович бәләкәйҙән үк атаһынан күреп умарта ҡарарға өйрәнгән. Хужалыҡтағы 70 умартаны хужаға улдары тәрбиәләшергә ярҙам...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмониянан вакцина һатып алыу биш тапҡырға артты

21 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ошондай ҡәтғи ҡарарға киленгән. Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан һаҡлау өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар күреләсәк. Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары-Ҡырғыҙстанда

Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкесия республикаһында, әле улар Ҡырҡыҙстанда. Бер аҙна элек Рәсәйҙән 50 медицина белгесе Ҡырғыҙ республикаһына йүнәлтелә. Ҡыҙыл зонала мотлаҡ махсус костюмда. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын табиптар ошондай өҫ кейемендә көн дауамында йөрөргә күнегеп бөткән. Һәр пациент күҙ...

30 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм...

30 июля 2020
Яндекс.Метрика