К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Һүҙлектәр менән энциклопедиялар көнө

Ғәләмде алфавит тәртибенә буйһондороусы һәм бар китаптарға юл асыусы. Рәсәйҙә бөгөн һүҙлектәр менән энциклопедиялар көнө. Һүҙлек, белешмә, энциклопедиялар бөгөн иң юғары ихтыяж файҙаланған баҫмалар иҫәбендә. Сөнки улар заман талаптарына ярашлы ҡыҫҡа әммә йөкмәткеле, ә иң мөһиме тиҙ мәғлүмәт бирә. Ғилми нигеҙгә таянған төплө белешмә биреүсе мәртәбәле “Башҡортостан энциклопедияһы” быйыл көмөш юбилейын билдәләне. Республиканың ҡыҫҡаса белешмә-һүҙлегенән башлаған ойошма бөгөн үҙен энциклопедияларҙың ике тиҫтәгә яҡын төрөн әҙерләп сығарған фәнни нәшриәт булараҡ танытты. Республика тураһындағы ышаныслы мәғлүмәтте улар бар донъяға  тарата. Ғилми нәшриәттең тәүге баҫмалары – Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһының рус һәм башҡорт телендәге өлгөләре күптән инде һатыуҙа юҡ. Баҫманың икенсе, киңәйтелгән өлгөһө лә ике телдә ете томда донъя күрҙе. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре даими эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Күрше өлкәләр тәжрибәһе өйрәнелә, яңы заманса алымдар үҙләштерелә. Ғилми хеҙмәткәрҙәр төрлө кимәлдәге кәңәшмәләрҙә ҡатнашып энциклопедистика тәжрибәһен өйрәнә һәм уртаҡлаша.  Махсус тематик баҫмалар донъя һәм ил кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа еңеүсе дәрәжәләренә өлгәшә. Был ҡаҙаныштар ғына коллектив өсөн сик түгел. Ғилми нәшриәт яңы маҡсаттар менән йәшәй. Әлеге мәлдә Өфө Нефть техник университеты юбилейына арналған күләмле энциклопедия тамам. Заман талабына тап килтереп уның өс өлгөһө донъя күрә – ғәҙәти ҡағыҙ баҫма, дивиди формат һәм онлайн. 19-сы быуатта бөйөк тере рус теленең мәғәнәүи һүҙлеген төҙөгән Владимир Даль хөрмәтенә 2010 йылда барлыҡҡа килгән һүҙлектәр  көнөнөң төп маҡсаты — белешмә әҙәбиәтте ҡулланыу мәҙәниәтен күтәреү. “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте был бурысты тоғро үтәүен раҫлай. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика