К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы төр белгестәр әҙерләү талабы

Медицина реабилитацияһы селтәрен камиллаштырыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы төр белгестәр әҙерләүҙе талап итә. Улар табип-терапевт, физиотерапевт һәм физик күнегеүҙәр үткәреүсе бурыстарын бер юлы үтәй. Табип-реабилитолог стандарттары быйыл сентябрь айында раҫланған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим тармаҡ үҫеше бөгөн Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа ойошторолған Түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде. Табиптарҙың төп маҡсаты сиргә тарыған кешеләрҙең хәлен тулыһынса яҡшыртыу. Реабилитация мәсьәләһе илдә киҫкен тора. Һандарға килгәндә иһә Башҡортостанда реабилитация сараларын күрһәтеү иҫәбе Рәсәйҙекенән  юғарыраҡ, әммә Европа күрһәткестәренән бер нисә тапҡыр кәм. Республикала реабилитация хеҙмәтен стационар дауаханалар башҡара, дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү бурысын ике шифахана – “Йәшел сауҡалыҡ” һәм “Йоматау” үтәй.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика