К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа илдәрендә йәшәүсе һәр алтынсы кешенең психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған. Был турала Еврокомиссия докладында әйтелә. Ундағы мәғлүмәттәргә ярашлы, күңел төшөнкөлөгө, невроз, кәйеф ҡырылыу кеүек ауырыуҙар башлыса спиртлы эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланыуҙар барлыҡҡа килә. Был проблемалар бигерәк тә, Финляндия, Франция, Ирландия, Португалия кеүек илдәрҙә үтә лә киҫкен.

Нью-Йоркта Бруклин күперендә автомобилдәр янып киткән. Янғын өс машина бәрелешеүенән сыға. Юл-транпорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, бишәүһе төрлө йәрәхәттәр алған. 

Янғын һүндереүсе экскаватор. Силәбелә экскаватор янған йөк машинаһын һүндергән. Шаһиттар был үҙенсәлекле ваҡиғаны видеоға төшөрөп алған. Унан күренеүенсә, машинист экскаватор сүмесе менән ер ҡаҙып ала ла, тупраҡты ут ялмаған фура өҫтөнә түгә. Ошо рәүешле уға янғынды юҡ итә алған. Йәрәхәтләнеүселәр һәм зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр ителә.

Мәскәүҙә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек тулы ҡеүәттә бара. Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында Евпропалағы иң ҙур һырғалаҡтарҙың береһе эшләй башланы. Быйыл уға “Бәхетле кешеләр фабрикаһы” тигән исем биргәндәр. Меңәрләгән мәскәүлеләр төп боҙ майҙансығы асылыу тантанаһына йыйылған. Әйткәндәй, һырғалаҡҡа бер юлы алты меңдән ашыу кеше һыя. “Фабриканың” төп символы-төтөн сығып торған ун метрлыҡ мөрйә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика