К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Тамара һәм Юрий Гудаловтар гәүһәр туйҙарын билдәләне. Юрий Гудалов бер байрамда ла үҙенең тормош иптәшен гөлләмәһеҙ ҡалдырмай. Был юлы ла ул үҙҙәренең 60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүҙәре хөрмәтенән һөйгән йәренә бүләк эшләргә була. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер итеүсе Гудаловтар ғаиләһе бәхетле тормоштоң сере ул бер-береңде һөйөүҙә, хөрмәт итеүҙә, ышаныуҙа һәм тоғролоҡта, ти. Һөнәре буйынса инженер Юрий Александрович Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген типографияла башлай. Ә Тамара Николаевна ғүмере буйына туҡланыу тармағында эшләй. Туй көнөн кисәгеләй иҫләйбеҙ, ти юбилярҙар.  Теүәл 60 йыл элек, 1958 йылда законлы никахҡа ингән Гудаловтар ғаиләһе бер ҡыҙ үҫтерә. Атай-әсәйем биргән тәрбиә күптәре өсөн өлгө булып торҙо, ти ҡыҙҙары Лариса. Күрше тирәләре лә Гудаловтар ғаиләһе тураһында тик яҡшы фекерҙә. Бер байрам да уларһыҙ үтмәй, ти улар. Өфөнөң Киров районы ЗАГСы ла юбилярҙарҙы тәбрикләне. ЗАГС бүлеге мөдире билдәләүенсә, бындай парҙар йәштәр өсөн сағыу. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер иткән Гудаловтар ғаиләһе әле лә бер-береһенә ышаныслы терәк булып йәшәй. Был тормошта иң мөһиме бер-береңде аңлап, һөйөп, хөрмәт итеп йәшәү – ошо ла инде йәшәү мәғәнәһе, ти гәүһәр туйҙарын билдәләүсе юбилярҙар.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика