Фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә

Башҡала үҙәгендә торлаҡ йорттар төҙөлөшөн йәйелдергән ике ойошма бер-береһен ялғанлыҡта ғәйепләй. Бәхәс һөҙөмтәһендә фатир өсөн аҡса түләгән өлөшсөләр ыҙа сигә. “Инициатива” атамалы фирма НФСК исемле партнеры менән беренсе йыл ғына хеҙмәттәшлек итмәгәнен таный. Йорт күтәргән өсөн әҙер фатирҙар менән иҫәпләшеү ҡаралған. Тик НФСК килешеүҙе боҙҙо, ти “Инициатива” директоры. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү буйынса ташсы эштәрен тамамлағас та үҙен генераль подрядсы, тип танытҡан НФСК артабанғы төҙөлөш эшенән ситләтелгән. Ойошманың баш инженеры белдереүенсә, нахаҡҡа. Бәхәсте хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡала идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә был хәл буйынса тәфтиш эше асылған.Миллиондарын төҙөлөш башында уҡ түләп һаман фатир көтөп ҡайҙа етте шунда көн итергә мәжбүр кешеләрҙе иһә был ваҡиғала ғәйеплеләрҙе асыҡлау түгел, ә торлаҡ мәсьәләһе борсой. Фатирға аҡса түләнгән, тик уны суд аша ла алырлыҡ түгел. Яңы подрядсы суд ҡарарына ярашлы фатир майҙанын үлсәргә килгән дәүләт кадастр баһаһы һәм инвентаризация бюроһы белгестәрен төҙөлөш майҙанына үткәрмәй. Селтәр кәртә аша еңел үттек, ти һөйөнгән кешеләрҙе йорттоң ишегенә ашығыс иретеп йәбештерелгән тимер ситлек ҡаршылай. Төҙөүселәр беҙҙең менән һөйләшеүҙән баш тарта.Хоҡуҡ белгестәре был хәлдең хәйләкәр схемаһы бар, тип иҫәпләй. Алданған өлөшсөләр мәнфәғәтен яҡлаған юрист документтар менән танышҡандан һуң ошондай фекергә килә. Ойошмаларҙың беренсеһе ҡуртымға ер алып төҙөлөш башларға рөхсәт теркәгән, икенсеһе төҙөлөш өсөн физик шәхестәрҙән аҡса йыйған. Закон иһә төҙөүсе ойошма бурысын тик бер юридик шәхескә йөкмәтеүҙе күҙ уңында тота. Башҡаланың Совет районы хакимиәте Жәлил Кейекбаев урамындағы алтынсы литер тип билдәләнгән йортта буласаҡ фатир һатып алып алданған кешеләр тураһында хәбәрҙар. Ярҙам әлегә юридик белешмә кимәлендә. Граждандар аҡсаһын законһыҙ файҙаланыуҙа ғәепләү буйынса суд ҡарарын әле 25 фатир һатып алыусы көтә. Өмөт сатҡылары һүнә бара. Ҡайғырып ҡойма ҡойоп булмай. Алданған өлөшсөләр хәҙер үҙ мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн хоҡуҡи белем тупларға мәжбүр.  Тормош тәжрибәһе тап юридик наҙанлыҡтың мутлашыусыларға киң мөмкинлектәр асыуын дәлилләй.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Шоколад кемгә файҙалы | ГТРК «Башкортостан»

Шоколад кемгә файҙалы

11 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя шоколад көнө уңайынан белгестәр был татлы ризыҡтың ыңғай сифаттарына байҡау яһай. Ғилми тикшеренеүҙәр шоколадтың сәләмәтлеккә файҙалы булыуын, бигерәк тә эмоциональ көсөргәнешкә дусар уҡытыусылар, артистар, табиптар өсөн уның алыштырғыһыҙ булыуын дәлилләй. Гормональ...

10 июля 2020
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү дауам итә. Профилактика рейдтарында Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Комсомол, Завод, Һәҙиә Дәүләтшина урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә...

10 июля 2020
 Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан | ГТРК «Башкортостан»

Эҫелә ... һыуҙан һаҡлан

Республика биләмәһендә һыу ҡорбандары һаны арта. 9 июлгә уларҙың һаны 78-гә етте. Шуларҙың 14-е – балалар. Үткән бер тәүлектә генә төбәк һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Был шарттарҙа күҙәтеү органдары һәм ҡотҡарыусылар иҫкәртеү эшенә бар тырышлығын һала – киң мәғлүмәт саралары, ҡағыҙға...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә. | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда ял көнө иғлан ителә.

31 июлдә Ҡорбан байрамы уңайынан Башҡортостанда өҫтәмә ял көнө иғлан ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Шуға өс көн рәттән — 31 июлдә, 1 һәм 2 августа ял итергә мөмкин. 30 июлдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға...

10 июля 2020
Смотреть видео Балаһын үлтереүсе ҡатын | ГТРК «Башкортостан»

Балаһын үлтереүсе ҡатын

15  йылға төрмәгә. Башҡортостандың Юғары суды үҙенең бер йәшлек сабыйын үлтереп, күмеп ҡуйған ҡатынға ҡарата ошондай хөкөм ҡарарын сығарҙы. Былтыр Дүртөйлөлә булған фажиғә бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. 28 йәшлек ҡатын иртән йоҡонан уянғас, үҙенең сабыйын юғалтыуы тураһында белдерә....

10 июля 2020
Смотреть видео Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды. | ГТРК «Башкортостан»

Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул итеү башланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙң...

10 июля 2020
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй

Аварияларҙы ваҡытында иҫкәртеү, халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғәт афәттәре, техноген хәүефтән ҡурсалау – ҡотҡарыу хеҙмәтенең төп бурысы. Беҙҙең ижади төркөм  көнө-төнө кеше именлеге һағында тороусылар менән  бер эш көнө уҙғарҙы. Ашығыс саҡырыу – ҡала урамдарында юл-транспорт һәләкәте....

10 июля 2020
Смотреть видео Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә эҫе һауа торошо вәғәҙәләй.

Республиканың көньяҡ райондарында 40 градусҡа тиклем эҫеткән. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Хроник сирҙәрҙең киҫкенәлешеүенән, ҡояш тейеүҙән нисек һаҡланырға? Көн эҫе тип, Башҡортостан халҡы яу һала. Яр буйҙары хатта эш көнөнөң иртәнге сәғәттәрендә үк кеше менән тулы. Бәләкәс балалар менән ял...

10 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ҙур тығындар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҙур тығындар көтөлә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ҙур тығындар тураһында иҫкәртә. Йома күптәр ҡаланан сығып ҡалырға тырыша. Шул сәбәпле саҡырымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә. Шуға ла маршрутты алдан һайларға, бик ҡабалан булмағанда шәмбе иртән юлға сығырға кәңәш ителә.

10 июля 2020
Смотреть видео Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мәҙәни үҙәк ойошторола.

Ғафури районында табип амбулаторияһын төҙөкләндереү, ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡайтанан ҡороу һәм яңы юлдар һалыу көтөлә. Был хаҡта Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында ҡарар ҡабул ителде. Родина ауылында эшләгән “ВосходСТ” ҡошсолоҡ фабрикаһында 70 мең тауыҡ аҫрала. Әле етештереү майҙанында...

10 июля 2020
Яндекс.Метрика