Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә

Бөгөн айырым райондарҙа юлдарҙы көрт баҫыуы, көньяҡ райондарҙа епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.  29 ноябрҙән көндәрҙе 25 градусҡаса һыуытасаҡ. Әле республикала коммуналь хужалыҡтар  тәүлек әйләй. Өфөлә ике сменалы эш режимы индерелгән. Урамдарҙы, йорт алдарын  ҡарҙан таҙартыуға 300 берәмек техника йәлеп ителгән. Тик йылдағыса был эшкә юл ситтәренә ҡуйылған машиналар ҡамасаулай. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тейешле урынға ҡуйылмаған автомобилдәр мәжбүри эвакуацияланасаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте