Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Италияның эске эштәр министры илде енәйәтселәрҙән таҙартырға вәғәҙә биргән һәм уны үтәй ҙә башлаған. Маттео Сальвини министр эшен ситкәрәк ҡуйып бульдозер менән бер-нисә вилланы емергән. Рим янында затлы һигеҙ йорт  ҡанунһыҙ төҙөлгән. Уларҙа сиғандарҙың “Казамоника” мафия кланы ағзалары йәшәгән. 70-се йылдар башында барлыҡҡа килгән енәйәтсел төркөм наркотиктар һатыу, кеше талау менән көн иткән. Виллаларҙы емереү операцияһына 600 полиция хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Йорттарҙа ҡыйбатлы әйберҙәр табылған, шулай уҡ ер аҫтында туннелдәр булыуы ла асыҡланған.
  • Нидерландтарҙа тимер юлы аша үтеп барған велосипедсы саҡ пассажир поезы аҫтында ҡалмаған. Велосипедсы тауар поезы үтеп киткәнен көтөп тора һәм  яҡ яғына ҡарамай тимер юлы аша сыҡа башлай. Шул ваҡытта ғына ул ҙур тиҙлектә икенсе поезд  килгәнен күреп ҡала.
  • Лондон полицияһы мотоцикл һәм мопедтарҙағы енәйәтселәргә ҡаршы көрәштә яңы алым ҡуллана башлаған.  Тәртип һаҡсыларынан ике тәгәрмәсле транспортта ҡасыусыларҙы бәрҙерергә рөхсәт ителгән. Лондонда был алымды тактик контакт тип атайҙар.
Читайте нас в Яндекс.Новостях