Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Башҡортостан дәүләт концерт залында Республикабыҙҙың  халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте.  Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын юбилейы менән Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров ҡотланы.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20 йылдан ашыу Башҡортостан ҡыҙы журналының баш мөхәррире, Рәсәй ҡатындары берлеге рәйесе, Башҡортостандың башҡорт ҡатындары йәмғиәте рәйесе булып эшләй, Өфө ҡала советы депутаты, Рәсәйҙең 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Башҡортостандың  Дәүләт йыйылыш-ҡоролтайының 3-сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Шағирә һәр ваҡыттағыса үҙенең уҡыусылары ни менән булһа ла ғәжәпләндерергә күнеккән. Юбилей кисәһенә иһә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ҡәҙимгесә эшләпәлә түгел,  таштар менән матур итеп биҙәлгән зиннәтле кейемдә сыҡты. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының иң беренсе шиғыры 13 йәшендә Башҡортостан гәзитендә баҫылып сыға. Шунан башлап шиғыр артынан шиғыр баҫма биттәрен тулыландыра. Беренсе китабы иһә студент йылдарында  донъя күрә.  Тәүге әҙәби әҫәрҙәрен бәләкәй һеңле-ҡустыларына бағышлап яҙған әҙибә балалар өсөн шиғырҙары менән киң таныулыҡ яулай. Тап кескәҙәр өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәре Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия менән билдәләнә. Быйыл Гөлфиә Юнысова ижади тормошоноң да юбилей датаһын билдәләй. 7-се тиҫтәһен ваҡлаған шағирә әҙәбиәттә 50 йыл, журналистика өлкәһендә 45 йыл эшләй. Әлеге ваҡытта Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Башҡортостандың билдәле кешеләре хаҡында мәҡәләләрен туплап, 3 китабын баҫмаға әҙерләй. Кисәлә иһә шағирәнең “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан” тип аталған яңы китабы юбилярға тапшырылды. Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙары көйгә һалынған. Гөлфиә Юнысова ижадында тыуған яҡтары Әлшәй, Дим буйҙары бик ҙур урын биләй һәм көйгә һалынғандарын яҡташтары ихлас башҡара. Юбилей сараһында байтаҡ ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Әлшәйҙәр иһә яҡташына туҡылған балаҫ бүләк итте. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының киләсәккә пландары күп.  Шулай ҙа балалар яҙыусыһы булараҡ танылған шәхес тап балалар өсөн  шиғырҙарын тағы ла байытып, заманға тура килтереп, уларға кәрәкле темаларҙы күтәрергә йыйына.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ирәндек моңдары-Сибайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Ирәндек моңдары-Сибайҙа

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун бишенсе төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсы быйыл онлайн-форматта үтә. Еңеүсегә бүләк итеп автомобиль тапшырыласаҡ. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Мәскәү, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200 башҡарыусы ҡатнаша. Ижади бәйгенең...

12 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара

Көндәрҙең боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда урып йыйыу эштәре йылдам бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 900 мең тонна самаһы иген һуғылған. Үткән йыл менән сағыштырғанда гектар көсө 7 центнерға күберәк. Был, тәү сиратта, минераль ашламаларҙы киң ҡулланыуға, юғары уңыш...

12 августа 2020
Смотреть видео Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында 200-ҙән ашыу иҫерек водитель ҡулға алынды

74-се йылғы ирҙең урам буйлап иҫерек килеш автомобиль йөрөткәнен күреп күршеләре юл инспекторҙарына хәбәр итә. Автоһәүәҫкәр ҡайһы машинала ултырғанын да, ни өсөн кейемһеҙ икәнлеген дә аңлата алманы.Әммә ир алкотестер күреү менән бер аҙ айный төштө.  Инспекторҙар ирҙе наркология диспансерына...

12 августа 2020
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендәге һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алалар

2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, *Батырлыҡ* ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй...

12 августа 2020
Смотреть видео Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Яңы хосписҡа нигеҙ ташы һалынды

Башҡортостанда хоспистарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса “Вера” фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың эш сәфәре дауам итә. Йәмәғәт эшмәкәре Өфөлә үткән айҙа башланған хоспис төҙөлөшө майҙанында эштәр барышына юғары баһа бирҙе. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис бинаһы 2021 йылда пациенттар өсөн асыуға...

12 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 93-кә етте.

5 мең 384 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

12 августа 2020
Смотреть видео Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Террор ғәмәле әҙерләүсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекамала урындағы хакимиәт бинаһын яндырыу юлы менән террор ғәмәле ҡылырға йыйыныусыны ҡулға алды. Дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу, конституцион ҡоролошҡа ҡаршы халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ул Интернет селтәрендә...

12 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостан ковидҡа ҡаршы  плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә...

11 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңдән ашты

5 мең 370 кеше һауығып сыҡҡан, 29 пациент ауыр хәлдә ҡала. Уларҙың туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Ковид-19...

11 августа 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна...

11 августа 2020