Батырлыҡ йондоҙлоғо
Өфөлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестивале үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов кеше ғүмерен ҡотҡарып, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеүсе мәктәп уҡыусыларына дипломдар тапшырҙы. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә эйә булыусы профессиональ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр ҙә бүләкләнде. “Батырлыҡ йондоҙлоғо” — иң ҙур һәм әһәмиәтле фестивальдәрҙең береһе. Беҙҙең телерадикомпания хәбәрселәренең конкурсҡа ебәрелгән эштәре юғары баһа алды. Бөтәһе ете хәбәрсе дипломдар менән тәбрикләнде.

Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте
Чечняла конституцион тәртип урынлаштырғанда һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә арналған ярышта төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Наил Әхтәров ҡул һуғышы менән бер йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул төрлө ярыштарҙы юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп...

20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне
Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне. Фойела байрамға йыйылыусыларҙы танылған һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре ҡаршылай. Рәсемдәрҙә милли рух, мәктәп партаһынан күңелгә һалынған ер-һыуға һөйөү, халҡына ихтирам. Азамат Ғарипов, Азат Ҡужин, Йәлил...

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ
Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүселәрҙе хәҙер табыуы күпкә еңеләйҙе. Яңы системала уларҙың бөтә мәғлүмәттәре бирелгән, ҡайһы йүнәлештә китеп барыуы күрһәтелгән. Был система нисек эшләй? Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспектор Айҙар Бәҙретдинов...

130 миллион һумлы үтескә
Өфөнөң Киров районы судында һалым инспекцияһының элекке бүлек етәксеһенә ҡарата суд эше дауам итә. Ул таныш эшҡыуарынан йәнәһе лә ҙур күләмдә үтескә аҡса ала. Ошо турала яҡтар килешеү ҙә төҙөй. Һуңынан Үләмәйев бихисап фатир, офис бүлмәләре һәм автомобилдәр һатып алып, яҡындары исеменә теркәй...

Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк
Өфө ҡалахакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә 17 апрель өмәһенә йомғаҡ яһап, автобус туҡталыштарына ла иғтибар итергә кәрәк, тине Сергей Греков. Ә 23 апрель ҡала халҡы иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын күрә аласаҡ. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә...

Республика кардиодиспансеры дүрт тиҫтә йыллыҡ юбилейын билдәләне
Ошо уңайҙан Өфөләге опера һәм балет театры сәхнәһендә тантаналы йыйылыш ойошторолдо. Йөрәк табиптарын республика етәкселеге тәбрикләне. Үткән биш йылда Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамыр сирҙәрен дауалау йәһәтенән ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелде. Юғары технологиялы махсуслаштырылған медицина ярҙамы хәҙер...

Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә
Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара...

Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ
Студенттар яңы коллективҡа тупланған. Сумаҙандарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, тип уйларһығыҙ. Юҡ, унда флейталар. Бер нисә минут һәм улар репетицияға әҙер.Башҡорт дәүләт медицина университеты үҙ оркестры булған республикалағы тәүге юғары уҡыу йорто. Репетицияға студенттар бер...

Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан
Пандемия донорлыҡ тармағы өсөн бөтә донъяла ҡаты һынауҙар алып килде. Күп дәүләттәрҙә ҡан компоненттарына ҡытлыҡ барлыҡҡа килде тиелде Өфөлә үткән 13-сө Бөтә Рәсәй ҡан хеҙмәте форумында. Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова фекеренсә, был дәүләт органдарының йәмәғәт...

Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал
Урман янғындарына ҡаршы көрәштә хәҙер көрәк-биҙрә, һыу-ҡом ғына түгел, ә коптер ҙа кәрәк. Юғарыла осоусы был ҡоролма урмандың ҡайһы өлөшөндә ут сығыуын, уның таралыу майҙанын теүәл күрһәтә ала. “Экология” милли проектына иҫәп тота Башҡортостан урмансылары. Федераль программа сиктәрендә...