К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡалала яңы йылға әҙерлек эштәре башланды

Майҙансыҡтарҙа төрлө һындар эшләү өсөн йылға-күлдәрҙә боҙ ҡырҡыла. Илназ Каспранов боҙ һындары эшләү менән биш йыл шөғөлләнә.  Яңы йыл кәйефе тыуҙырыу өсөн тәүҙә йылға-күлдәрҙән боҙҙо бысып алырға кәрәк. Иң мөһиме хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармаҫҡа, ти ул.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре билдәләүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы ҡайһы бер урындарҙа 20-25 сантиметрғаса еткән. Ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре йөк машиналарына төйәлә, артабан инде улар ҡала майҙандарына  оҙатыла.Эшселәр Дим районындағы ике майҙансыҡта байрам кәйефе тыуҙырыр өсөн 1 мең кубометрға яҡын боҙ бысып сығара. Бер аҙна эсендә был эште йомғаҡлап, уларҙан һындар эшләүгә күсергә ниәтләй улар.Һауа торошо сәбәпле быйыл эштәр былтырғыға ҡарағанда һуңғараҡ башланған. Белгестәр раҫлауынса, боҙҙоң ҡалынлығы 15 смнан  артҡан, тимәк улар һындар эшләү өсөн тулыһынса әҙер.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика