Өфөлә люктарҙы урлаусыларға ҡаршы көрәш башланды

Өфөлә люктарҙы урлап металл ҡабул итеү пункттарына тапшырыусыларға ҡарата етди көрәш башланды. Ошо ял көндәрендә биш йәшлек сабый асыҡ торған соҡорға төшөп киткәс, республика етәкселеге был йүнәлештә эште әүҙемләштереүҙе талап иткәйне. Люктарҙы күп осраҡта асарбаҡтар алып китә. Металл ҡабул итеү пункттарында улар тимерҙа аҡсаға, араҡыға йәки тәмәкегә алмаштырып ала. Люктарҙы ҡабул итеүселәргә ҡарата ла киләсәктә етди саралар күреләсәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен