Заманса техника Өфө урамдарына сыға

Өфөлә коммуналь техника һәм йәмәғәт транспорты ГЛОНАСС системаһы ярҙамында күҙәтеүгә алына. Заманса технологиялар ҡар таҙартыусы тракторҙарҙың ҡайһы ихатала йөрөгәнен, уның эшләгәнен һәм туҡтап торғанын күрергә мөмкинлек бирә. Йәғни, тракторсы эшен ҡалдырып китеп ваҡытын бушҡа уҙғара алмай. Глонасс системаһы тағы ла ҙур мөмкинлектәргә эйә. Илнур Хисимов иртәнге сәғәт биштән тракторын тоҡандырып, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартырға сыға. Ваҡытында эшкә тотонмаһаң шунда уҡ етәкселәр белеп, шылтырата башлай, ти ул. Барлыҡ тракторҙарҙың ҡайҙа эшләгәнен телефон йә компьютерҙан онлайн күҙәтеп була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәре ҡайһы ихата таҙартылғанын да тикшерә ала. Ихата таҙартылып 15 минут үткәс ошо турала телефонға хәбәр килә һәм инженерҙар эштең башҡарылғанын күрә. Элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре ихаталар ҡарҙан таҙартылғанмы икәнен йөрөп тикшергән. Хәҙер иһә ярҙамға заманса технологиялар килде. Глонасс ҡуйылған тракторҙарҙы һәм эштәр барышын күҙәтеү өсөн Өфөлә диспетчер пункттары ла булдырыла. Ошондай заманса үҙәк Орджоникидзе районында асылды. Был авария-диспетчер хеҙмәтенең йөрәге тип әйтергә була. Диспетчерҙар халыҡтан шылтыратыу ҡабул итә һәм махсус хеҙмәттәрҙе кәрәкле урынға ебәрә. Диспетчер пунктында бөтә район күҙәтеүгә алына. Һаумыһығыҙ, әле ҡайһы йорттар ҡарҙан таҙартылған. Глонасс ярҙамында коммуналь техниканың хәрәкәтен күҙәтеп, кәрәкле урынға ебәреп, эште яйға һалырға мөмкин. Өфө хакимиәте технологияны артабан да камиллаштырырға йыйына. Киләһе ҡышҡа тракторҙарға көрәген төшөрөп таҙартҡанын, һеперткеһе менән эшләгәнен билдәләүсе датчиктар ҙа ҡуйырға уйлайҙар. Яңыраҡ Глонасс ярҙамында оло урамдарҙы таҙартыусы һәм ҡом — тоҙ ҡатнашмаһын һибеүсе техниканы ла һынау рәүешендә күҙәтә башлағандар. Киләһе йылдан уларҙы ла тулыһынса заманса технологиялар менән йыһазландырыу ҡарала. Йәғни, техника ҡар таҙартамы, ҡом һибәме икәнен дә контролдә тотоп буласаҡ. Өфө хакимиәте был системаға шәхси автобустарҙы ла тоташтырған. Хәҙер, бөтә йәмәғәт транспортының хәрәкәте ныҡлы контролгә алына.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ул халыҡ геройы! | ГТРК «Башкортостан»

Ул халыҡ геройы!

Илебеҙҙең яҡты киләсәге, тыныс тормошо өсөн көрәшеүсе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тарихы олоһона ла, кесеһенә лә мәғлүм. Һәр кем өсөн ул батыр. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан республикала байтаҡ...

4 сентября 2019
Смотреть видео  Онкопартруль | ГТРК «Башкортостан»

Онкопартруль

Башҡортостандың ике ҙур ҡалаһында “Онкопатруль” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сара “Һаулыҡ һаҡлау” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Наталья Лоҡманова Салауат быяла эшләү заводында 30 йыл хеҙмәт итә. Сәләмәтлеккә зарланмайым, ти. Әммә “һаҡланғанды һаҡлармын” һүҙбәйләнешен инҡар...

4 сентября 2019
Смотреть видео Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы быуын мәктәп асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы быуын мәктәп асылды

Тулы уҡыу көнөнә иҫәпләнгән полилингваль белем усағы башҡаланың 162-се мәктәбендә урынлаша. Бында 3 телдә, рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә уҡытыу, төштән һуң спорт фән, мәҙәниәт, заманса технологиялар йүнәлештәрендә түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылған. Барлығы республикала ошондай...

4 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы бара

Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн...

29 августа 2019
Смотреть видео “Башҡортостан” нәшриәте бөлгөнләктән сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан” нәшриәте бөлгөнләктән сыҡты

Бының турала республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда төбәктәге иң ҙур нәшриәттәрҙең береһе банкрот, тип танылғайны. Әле иһә бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылған һәм предприятие финанс яҡтан тотороҡланып,...

29 августа 2019
Смотреть видео Кисә генә улар колледж тәрбиәләнеүселәре ине, ә бөгөн балет артистары | ГТРК «Башкортостан»

Кисә генә улар колледж тәрбиәләнеүселәре ине, ә бөгөн балет артистары

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йәш бейеүселәр килде. Янып торған күҙҙәр, ҡыл булып тартылған һындар һәм тигеҙ рәттәр. Зал уртаһында ансамблдең иң тәжрибәле бейеүселәре.  Ә бер аҙ  ситтәрәк баҫҡан егеттәр  уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтә һәм...

29 августа 2019
Смотреть видео “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале юғары кимәлдә үтте | ГТРК «Башкортостан»

“Көмөш Аҡбуҙат” фестивале юғары кимәлдә үтте

“Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара кинофестивале киләһе йылдарҙа ла йәнә осрашырға ҙур өмөт уятты. Милли һәм этник, социаль һәм мотивацион фильмдар авторҙары, режиссерҙар, билдәле актерҙар һәм продюссерҙар өсөн был фестиваль ҙур байрамға әйләнде. Быйылғы ижади ярышта кемдең кинотаҫмаһы иң яҡшыһы тип...

29 августа 2019
Смотреть видео “СССР тарҡалмаған!” | ГТРК «Башкортостан»

“СССР тарҡалмаған!”

“СССР тарҡалмаған!” – ошондай лозунг менән пенсионерҙарҙы аферистар алдай. Йорт-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәте, һалым һәм хатта кредит өсөн аҡса түләмәйәсәкһегеҙ, тип вәғәҙә итә улар. Бының өсөн тик совет паспортын һатып алыу кәрәк. Өфөлә генә 400-ҙән ашыу ошондай аферист ҡорбандары иҫәпләнә. Ә бына...

29 августа 2019
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортының яңы мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортының яңы мөмкинлектәре

Бер нисә йөҙ миллион һумлыҡ  инвестициялар, йөҙгә яҡын яңы эш урыны һәм Себер менән илдең Көнбайышы араһында ҡеүәтле төбәк үҙәге. Өфө халыҡ-ара аэропортында дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген дәлилләүсе яңы ангар асылды. ЮТэйр авиахолдингы Өфөлә һауа судноларын техник...

28 августа 2019
Смотреть видео Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды

Республикала 2020 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды. Башстат хеҙмәткәрҙәре урам атамалары һәм йорт һандары булмаған адрестар буйлап йөрөйҙәр. Был иһә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу эштәрен еңеләйтергә тейеш. Өфө янында урынлашҡан ауылдар майҙаны һуңғы...

28 августа 2019
Смотреть видео Тиҙ  ярҙам машинаһының иң яҡшы водителе | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙ ярҙам машинаһының иң яҡшы водителе

Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы машинаһының иң яҡшы водителен асыҡлау буйынса конкурс үтте. Сарала барлығы республика райондарынан 34 водитель ҡатнашты. Ярыш 3 этаптан торҙо. Беренсе этапта водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса тест эшләне. Икенсеһендә автомобилдә йөрөү оҫталыҡтарын күрһәтте....

28 августа 2019
Смотреть видео “Минең ғаиләм” программаһы | ГТРК «Башкортостан»

“Минең ғаиләм” программаһы

Республикала социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән “Минең ғаиләм” исемле программаһы эшләй башланы. Статистикаға ярашлы бер мең етем баланың 70%-ты “социаль етемдәр” исемлегенә инә. Бының төп сәбәбе ата-әсәләрҙең спиртлы эсемлектәрә бирешеүсән булыуына бәйле, ти белгестәр. Проект...

28 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары камиллаштырылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары камиллаштырылды

Быйыл республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлай, тауыштарҙы иҫәпләү өсөн төбәктә 225 КОиБ ҡулланыласаҡ. Яңы комплекстар һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 11 процентына гражданлыҡ бурысын заманса үтәргә мөмкинлек бирә. Бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары, йәғни КОиБ-тар һайлау хоҡуғына эйә...

28 августа 2019
Смотреть видео Квест уйындары - хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Квест уйындары - хәүефле

Һуңғы ваҡытта киң танылыу яулап өлгөргән квест уйыны үткәрелгән бүлмәләрҙе  тикшереү эштәре алып барыла.   Был йәйҙә генә республика буйынса бөтәһе 90-н ашыу хоҡуҡ боҙоу осраҡтары теркәлгән. Квест уйыны үткәрелгән ойошмаларҙың күбеһендә шомло тауыштар, кеше маникендары ҡулланыла,...

28 августа 2019
Смотреть видео Республикала ҡәбер асыусылар барлыҡҡа килгән | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ҡәбер асыусылар барлыҡҡа килгән

Өфө районының Мөҙәрис ауылы зыяратында билдәһеҙҙәр 2008 йылда ерләнгән кешенең ҡәберен ҡаҙғандар. Мәрхүмдең туғандары кемде ғәйепләргә лә белмәй. Әле республиканың эске эштәр министрлығы был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Мәрхүмдең ҡәбере ҡаҙылғанын ауыл халҡы күреп ҡала һәм шунда уҡ зыяраттың...

28 августа 2019
Смотреть видео Бюрократияны кәметеү | ГТРК «Башкортостан»

Бюрократияны кәметеү

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҡытыусыларға бюрократияны кәметеү менән шөғөлләнә башланылар. Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында уҡытыусыларға юғарылағы ведомстволарҙың йөкләмәһе һалыныуы билдәләнде. «Өҫтә» уларҙың эшмәкәрлеген...

28 августа 2019
Смотреть видео Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды

 Республикала 1310 белем биреү учреждениеһының барыһы ла тиерлек уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Өҫтәүенә, балалар өсөн ун яңы мәктәп тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асасаҡ. Әммә ремонт талап ителгән белем усаҡтары ла юҡ түгел.  Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә. Диуарҙарҙан штукатурка аҡтарыла, ә...

28 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла

 Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе яңы фондты тиҙ арала  ойоштороп унда аҡса йүнәлтеү һәм төҙөлөш башлау йөкләмәһен бирҙе. Өфө менән Ағиҙел араһында тимер юл бәйләнешен булдырыу оҙайлы перспектива икән, Күмертау етештереү...

28 августа 2019
Смотреть видео Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж? | ГТРК «Башкортостан»

Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж?

Өфөлә мәғариф системаһын үҙгәртеүгә бәйле кәңәшмә уҙҙы. Эксперт советы ултырышы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмаһа ла, һөҙөмтә Башҡортостан мәктәптәрендә эшләгән 130 мең уҡытыусыға ҡағыла. Уларҙың һөнәре, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Был рухи баһалау. Балаларға белем биреп, тормошҡа әҙерләгән...

27 августа 2019
Смотреть видео Ни өсөн хаҡ артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн хаҡ артҡан?

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн икеләтә-өсләтә хаҡ алыусылар хәҙер “Башҡортостан йылылылыҡ бүлеү” ойошмаһында оҙон сиратта торорға мәжбүр. Хаҡтың ҡапыл күтәрелеүен ойошма етәкселәре нисек аңлата? Өфөнөң Баязит Бикбай исемендәге күп ҡатлы йортта йәшәүсе Наталья Дерягинала торлаҡ-коммуналь хужалығы...

27 августа 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡ “Рублевкаһы”ндағы тиҫтәләгән ер биләмәһе хужалары милкенән мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡа | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡ “Рублевкаһы”ндағы тиҫтәләгән ер биләмәһе хужалары милкенән мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡа

 Суд ҡарарының улар мәнфәғәтенә булмауы ихтимал. Район прокуратураһы 2010 йылда йүнселгә ҡуртымға бирелгән ерҙәр законһыҙ һатылған тип белдерә. Ваҡиға сәбәптәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды. Илгиз Сынғыҙов хыялын бойомға ашырыу маҡсатында һатып алған ер биләмәһендә төҙөп росреестрҙа...

27 августа 2019
Смотреть видео Техника бата, кешеләр ауылдан сыға алмай интегә | ГТРК «Башкортостан»

Техника бата, кешеләр ауылдан сыға алмай интегә

Благовар районында күптән көтөлгән юл төҙөлөшө урындағы халыҡ өсөн оло проблемаға әүерелгән. Ваҡытлыса юл булмағанлыҡтан техника ялан юлында бата, ә кешеләр ямғырҙа ауылынан сыға алмай интегә. Әлегәсә балаларҙы мәктәпкә йөрөтәү мәсьәләһе хәл ителмәгән. Ә бер аҙнанан уҡыуҙар башлана. Ғүмер буйы...

27 августа 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе...

21 августа 2019
Яндекс.Метрика