Заманса техника Өфө урамдарына сыға

Өфөлә коммуналь техника һәм йәмәғәт транспорты ГЛОНАСС системаһы ярҙамында күҙәтеүгә алына. Заманса технологиялар ҡар таҙартыусы тракторҙарҙың ҡайһы ихатала йөрөгәнен, уның эшләгәнен һәм туҡтап торғанын күрергә мөмкинлек бирә. Йәғни, тракторсы эшен ҡалдырып китеп ваҡытын бушҡа уҙғара алмай. Глонасс системаһы тағы ла ҙур мөмкинлектәргә эйә. Илнур Хисимов иртәнге сәғәт биштән тракторын тоҡандырып, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартырға сыға. Ваҡытында эшкә тотонмаһаң шунда уҡ етәкселәр белеп, шылтырата башлай, ти ул. Барлыҡ тракторҙарҙың ҡайҙа эшләгәнен телефон йә компьютерҙан онлайн күҙәтеп була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәре ҡайһы ихата таҙартылғанын да тикшерә ала. Ихата таҙартылып 15 минут үткәс ошо турала телефонға хәбәр килә һәм инженерҙар эштең башҡарылғанын күрә. Элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре ихаталар ҡарҙан таҙартылғанмы икәнен йөрөп тикшергән. Хәҙер иһә ярҙамға заманса технологиялар килде. Глонасс ҡуйылған тракторҙарҙы һәм эштәр барышын күҙәтеү өсөн Өфөлә диспетчер пункттары ла булдырыла. Ошондай заманса үҙәк Орджоникидзе районында асылды. Был авария-диспетчер хеҙмәтенең йөрәге тип әйтергә була. Диспетчерҙар халыҡтан шылтыратыу ҡабул итә һәм махсус хеҙмәттәрҙе кәрәкле урынға ебәрә. Диспетчер пунктында бөтә район күҙәтеүгә алына. Һаумыһығыҙ, әле ҡайһы йорттар ҡарҙан таҙартылған. Глонасс ярҙамында коммуналь техниканың хәрәкәтен күҙәтеп, кәрәкле урынға ебәреп, эште яйға һалырға мөмкин. Өфө хакимиәте технологияны артабан да камиллаштырырға йыйына. Киләһе ҡышҡа тракторҙарға көрәген төшөрөп таҙартҡанын, һеперткеһе менән эшләгәнен билдәләүсе датчиктар ҙа ҡуйырға уйлайҙар. Яңыраҡ Глонасс ярҙамында оло урамдарҙы таҙартыусы һәм ҡом — тоҙ ҡатнашмаһын һибеүсе техниканы ла һынау рәүешендә күҙәтә башлағандар. Киләһе йылдан уларҙы ла тулыһынса заманса технологиялар менән йыһазландырыу ҡарала. Йәғни, техника ҡар таҙартамы, ҡом һибәме икәнен дә контролдә тотоп буласаҡ. Өфө хакимиәте был системаға шәхси автобустарҙы ла тоташтырған. Хәҙер, бөтә йәмәғәт транспортының хәрәкәте ныҡлы контролгә алына.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Өфөлә алты миллион ҡорбан иҫтәлегенә алты символик шәм ҡабынды. Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге биләмәһендә асылған монументаль композиция Волга буйы һәм Урал федераль округтарында Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған тәүге һәм әлегә беренсе һәйкәл.   Ошо уңайҙан ойошторолған тантана...

26 июня 2020
Смотреть видео Бөтә Рәсәй кинологтары  көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Рәсәй кинологтары көнө

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй кинологтары  үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дүрт аяҡлы эҙәрмәнде тәрбиәләү нескәлектәренә төшөндө.Надежда Отвесова  юғалған кешеләрҙе эт ярҙамында эҙләүсе  республикалағы берҙән-бер кинолог. Уның өсөн ял...

25 июня 2020
Смотреть видео Минең ихатам | ГТРК «Башкортостан»

Минең ихатам

Башҡортостан24 телеканалы һәм Маяҡ радиоһы “Минең яратҡан ихатам” ижади конкурсының еңеүселәрен билдәләне. Был проектта республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Телевизион конкурста икенсе урынға Фәнис Бикташев лайыҡ булды. Ул үҙенең баҡса йортон Рәсәй һәм Башҡортостан флагы...

25 июня 2020
Смотреть видео Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Башҡортостан 1-се июлдә үтәсәк Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә әҙер. Үҙәк, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән тәьмин ителде, бюллетендәр алды. Уларҙа коронавирусҡа бәйле именлек саралары ла күрелә. Рәсәйҙә бөгөндән Конституцияға...

25 июня 2020
Смотреть видео Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала | ГТРК «Башкортостан»

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала

Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында төбәк идаралығы Секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Пандемия осоронда ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға 250 мең дана аҙыҡ-түлек...

25 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте

Башҡалабыҙҙа Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә уҙғарылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ сығышында дәһшәтле һуғыш йылдарын, ил азатлығы өсөн башын һалған миллиондарса ҡорбандар тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы. Һуғыш башланыу менән Өфө Совет армияһына...

25 июня 2020
Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра

27 июндә Рәсәй йәштәре көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостан йәштәре фестивале ойошторола. Байрам Ағиҙел яр буйында үтә. Программа бай йөкмәткеле. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта белдереп “Әлегә бар серҙе асмай торам. Шуныһы...

23 июня 2020
“Берҙәм Рәсәй” “Хәстәрлек картаһы” проектын башлай | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” “Хәстәрлек картаһы” проектын башлай

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала. Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында үҙәктең эшмәкәрлегенә аралаш йомғаҡ яһалды. Пандемия осоронда ирекмәндәр...

23 июня 2020
Башҡортостанда күмәк саралар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда күмәк саралар һаны арта

Июндә төбәктә күмәк саралар үткәреүҙең ғәҙәттәге тәртибенә ҡайтыу көтөлә. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мәҙәниәт учреждениеларын асыу мөмкинлектәрен барларға тәҡдим итте. “24 июндә  республикала халыҡ...

23 июня 2020
Газпром исеменән рәхмәт | ГТРК «Башкортостан»

Газпром исеменән рәхмәт

Башҡортостан башлығы исеменә “Газпром” идаралығы рәйесе Алексей Миллерҙан Рәхмәт хаты килде. Дәүләт эшмәкәре Якутияның Чаяндин ятҡылығынан вахтасыларҙы сығарыуҙа төбәк етәксеһе күрһәткән ярҙамды юғары баһалай. Алексей Миллер “Төбәк ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың берҙәм ойошҡан эше...

23 июня 2020
Яндекс.Метрика