Стратегик сессия

Башҡортостандың инвестиция климатына йоғонто яһаған шарттар һәм инвестициялар күләмен кәметмәү өсөн талап ителгән саралар стратегик сессияла тикшерелде. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы уны Стратегик башланғыстар агентлығы белгестәре менән берлектә ойошторҙо.Бындай осрашыуҙар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йылына ун-ун биш тапҡыр үтә. Уларҙың төп маҡсаты – төбәккә инвестициялар йәлеп итеүҙең уңайлы һәм файҙалы ысулдарын табыу. Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын уятыр эшмәкәрлекте Башҡортостанда өс йүнәлештә ойоштороу күҙ уңында тотола – төҙөлөшкә рөхсәт алып биләмәләрҙе сифатлы планлаштырыу, кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм республика етәкселеге, инвесторҙар һәм йүнселдәр менән тура бәйләнеш булдырыу. Был йәһәттән “Инвестиция сәғәте” форматындағы тәжрибәгә ҙур өмөт бағлана.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте