Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты Эммагуль Макрон һары жилеттарҙың ҡаршылыҡ акцияһында яңғыраған белдереүҙәргә ҡолаҡ һалып яғыулыҡ һалымына ҡарашты үҙгәртергә әммә унан тулыһынса баш тартмаҫҡа  вәғәҙәләгән. Шул уҡ ваҡытта ул Парижда тәртипһеҙлектәр ойоштороусыларҙы тәнҡитләгән. Һары жилеттар яғыулыҡ һалымына һәм уға бәйле хаҡтар артыуға ҡаршы.

Бразилияла тропик урмандар майҙаны аҙая. Бер йылда ғына бында 8 мең квадрат километрҙа урман законһыҙ ҡырҡылған. Экологтар яңы һайланған президент үҙ фатихаһын бирһә, ағастар тағы ла күберәк майҙанда ҡырҡылып ситкә сығарылыр, тип борсола. Тропик урмандарҙы һаҡлау климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәштә төп ҡорал булып тора.

Канада биологтары киттарҙың яңыса һунар итеүенә шаһит булған. Диңгеҙ хайуандары ауыҙҙарын асып бер урында туҡтап ҡала. Балыҡтар йөҙөп инеү менән улар ауыҙын ҡапыл яба. Киттарға туҡланыу өсөн  көнөнә 2 тонна 500 килограмм балыҡ кәрәк.

Рәсәй Дәүләт Думаһында легендар совет тренеры, хоккейсы Анатолий Тарасовтың  тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Тантанала хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, “Легенда №17” фильмында Тарасов ролен башҡарған Олег Меньшиков, депутаттар, Олимпия комитеты вәкилдәре, билдәле хоккейсылар ҡатнашҡан.

Подпишитесь на наш Telegram-канал