К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғәскәровсылар

Бәләкәй ғәскәровсылар, тип таныйбыҙ уларҙы һәм студияның барлыҡҡа килгәненән алып ун йыл инде уңыштарына һөйөнәбеҙ. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт  академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле янында асылған балалар бейеү  студияһы  Һамарҙа үткән бәйгелә уңышлы сығыш яһап киләһе яҙҙа Кремль һарайы сәхнәһендә бейеү хоҡуғын алды. Улар сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә бирелә торған «Рәсәйҙең киләсәге» милли премияһы финалистары.Коллективта 5 йәштән алып 17 йәшкә тиклем 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет шөғөлләнә. Улар башҡорт, классик, халыҡ, заман бейеүҙәрен өйрәнә. Уларҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары һәм ветерандары уҡыта. Репертуарҙа 50-гә яҡын бейеү. Ә еңеүҙәр — тағы ла күберәк. Теүәл хәрәкәттәр, көсөргәнешле эш, шулай ҙа бәхетле йөҙҙәре менән балалар тамашасыларҙың  да, баһалаусыларҙың да иғтибарын яулай, күңелдәрендә уйылып ҡала. Һамарға коллективтың өс төркөмө бер нисә бейеү  алып бара, шуларҙың өсөһө -  рус бейеүе  «Тәмле», Ҡытай бейеүе һәм «Башҡорт сувенирын»   киләһе йылдың апрелендә Мәскәү тамашасыһы күрәсәк.Сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә бирелгән «Рәсәйҙең киләсәге» милли премияһы 2012 йылдан алып тапшырыла килә. Уны балалар, уҡытыусылар, концертмейстерҙар ала. Премия йыл һайын йөҙәр меңләп һәләтле балаларҙың исемен аса. Ул исемдәр араһында Башҡортостан таланттары ла күп.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика