Әле иһә ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн яҡынса 300 берәмек махсус техника һәм ике мең самаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Әйткәндәй, хәҙер мониторинг системаһы аша таҙартылмаған йорт урамдарын күрергә мөмкин. Бындай ысул торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре эшен тотҡарламаясаҡ. Быйыл мониторинг системаһын грейдерҙарға ла ҡуйылыу ҡаралған. Өфөнөң Калинин районы грейдерҙар менән эш башланы.
29 ноября 2018 — 15:28