К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Дауаханаға барыр алдынан тәүбәңде әйтергә онотма

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүселәр емерелергә торған медицина учреждениеһында  дауаланырға мәжбүр? Уға 1974-се йылдан алып капиталь ремонт эшләнелмәгән. Шуға ла урындағы халыҡ бина емерелеп ҡуймаһа ярар ине тип борсола. Наталья Шалыгина атаһын ҡаты ауырый башлағас, дауаханаға һала. Әммә бындай бүлмәләрҙә ятып булмай, тип зарлана ханым. Пациенттар өсөн дауаханала бер ниндәй ҙә шарттар тыуҙырылмаған тиерлек. Кәштәләр ватыҡ, диуарҙар аҡтарылған, иҙәндең буяуы уңып бөткән.Икенсе ҡатта күбеһенсә оло йәштәгеләр ята. Палаталарҙан тыш, дауаханала бәҙрәф, йыуыныу бүлмәләренә  инерлек түгел. Бында яҡтылыҡ та, эҫе һыу ҙа юҡ.Пациенттарҙа табиптарҙың эшенә етди ҡарамауы ла борсолоу тыуҙыра. Берәүҙәр терапевт килмәүгә, икенселәр хеҙмәткәрҙәрҙең түшәк кәрәк-ярағын алыштырмауҙарына зарлана.Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, дауахана йыл һайын тиерлек буяла һәм ремонтлана. Тик бынан ғына файҙа юҡ. Сөнки нисәмә йыл торған дауахана емерелеү хәлендә. 1974-се йылда төҙөлгән был дауаханала бер ҡасан да капиталь ремонт эшләнелмәгән. Күренеүенсә, крандан һыу аға, ишектәр иҫке һәм буялмаған, ә коридорҙа иһә линолеумдар аҡтарылып бөткән.Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Арсен Камаловҡа ҡәҙимге мәсьәлә таныш. Дауахана буйынса экспертиза  үткәрелгән. 2019-сы йылға был учреждениелағы проблемалар тулыһынса хәл ителәсәк, тип белдерҙе ул.Арсен Камалов Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында 2016-сы йылдан алып эшләй. Үҙәктә бөтәһе дүрт учреждение. Шуларҙың терапевт һәм бала табыу бүлегендә ремонт тулыһынса эшләнгән. Үҙәктәге учреждениелар иҫке булыу сәбәпле, капиталь ремонт эшләүҙән файҙа юҡ. Яңы обьекттар төҙөү ҙә ҙур ҡыйынлыҡтар менән бара. Мәҫәлән, был бина 1987 –се йылдан төҙөлә башлаған.Балалар медицина үҙәгендә сабыйҙар өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырыу ҡаралған. Тик элекке  учреждениеларҙы ремонтлау һәм яңы бина төҙөү өсөн финанс мәсьәләһен хәл итергә генә ҡала.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика