Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Астрахань өлкәһендәге Капустин Яр полигонында күнекмәләр ваҡытында С-400 ракета системаһы ер өҫтөнән бер-нисә метр  бейеклектә осҡан 8 сәпте юҡ иткән. С-400 “Триумф” ракетаһы 400 километр алыҫлыҡтағы һәм 30 километр бейеклектәге сәптәрҙе юҡ итә ала.

Американдар президенттары Дональд Трампҡа буш ҡыуыҡ тигән ҡушамат биргән. Дженерал Моторс корпорацияһы өс штатта һәм Канадала заводтарын ябырға ҡарар иткәс, ул   һайлау алды вәғәҙәләрен онотоп компанияға субсидиялар биреүҙе кәметергә ҡарар иткән. Шулай итеп, 14 мең кешегә эшһеҙ ҡалыу янай.

Бағдатта көрәге менән һыу йыйып йөк машинаһына түккән һәм был шыйыҡсаның кире ергә ағып төшкәнен төшөрөп алғандар. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр быны бик ябай аңлатҡан. Арбала  канализация тығылыуына  килтереүсе эре таштар тороп ҡала, ә һыу ағып бөтә.

Мутант үгеҙ. Австралияның Перт ҡалаһынан йыраҡ түгел генә көтөүлектә мал ҡараусыларҙы туристар ҡаҡшата башлаған. Улар гигант үгеҙҙе күрер өсөн меңдәрсә саҡырымдарҙан килә. Никерс ҡушаматлы үгеҙ бик ҙур булып үҫкән. Уның ауырлығы 1 тонна 400 килграмдан ашыу.

Смотрите нас в YouTube