Инвестиция сәғәте

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” сиктәрендә бизнес даирәләр менән осрашты. Кәңәшмәлә ике инвестиция килешеүе төҙөлдө. Береһе төрлө ҡоролмалар өсөн электротехник корпустар етештереү заводы. Уға инвестор 651 миллион һум үҙ аҡсаһын һалырға әҙер. Унда 231 яңы эш урыны буласаҡ. Икенсе проектты ИНМАН акционерҙар ойошмаһы ғәмәлгә ашыра. Кран манипулятор етештереүселәр яңы йүнәлештә эш асырға иҫәп тота. Килешеү нигеҙендә улар республиканан һалымға льгота аласаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте