К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ

Башҡортостанда медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ. Республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” кәңәшмәһе сиктәрендә ошо турала белдерҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, бөгөн төбәктең бар район һәм ҡалаларында ла тиерлек һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Уларҙың береһе белгестәргә бәйле. Урындарҙа бөгөн педиатрҙар юҡ. Республика етәксеһе исеменә октябрь һәм ноябрҙә генә медицина тармағына ҡағылышлы булған 725 мөрәжәғәт алынған. Граждандар урындарҙағы дауаханаларҙың хәленә зарлана. Белгестәргә күренеү өсөн, айырым райондарҙа кешеләр таңғы биштән сират алырға мәжбүр. Тағы ла бер мәсьәлә – ауыл докторы программаһы. Уҙып барған йылда, ошо проект буйынса райондарға эшкә килгән белгестәр килешеүҙе өҙөп, икенсе урынға күскән. Сәбәп – йәшәү өсөн торлаҡтың булмауы.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика