К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяғында ағиһел йылғаһы аша өсөнсө күпер төҙөләсәк. Яңы ҡоролма Ағиҙел йылғаһы аша үткән хәҙерге ике күперҙе тоташтырасаҡ. Бынан тыш шулай уҡ дуҫлыҡ монументы һәм Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспектындағы юл киҫелеше киңәйтеләсәк. Һуңғы ике йылда Өфө халҡы өсөн генә түгел, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн дә ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырған көньяҡ йүнәлештәге күпер бер-нисә йылдан бер бөтөн күпер булырға тейеш. Көнөнә ике күперҙән кәмендә 120 мең машина үтә. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, яңы күпер төҙөлгәс унда 10 һыҙатлы хәрәкәт булдырыласаҡ. Был иһә киләсәктә машина ағымын ике-өс тапҡырға кәметәсәк. Өфө ҡалаһы өсөн генә түгел, ә республика өсөн әһәмиәтле объект 2 йыл ярым эсендә сафҡа индерелергә тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән һөйләшеүҙәрҙән һуң “Росавтодор” республикаға 2 миллиард ярым һум аҡса бүлергә ҡарар итте. Проектка ярашлы, үтә әһәмиәтле ҡоролма Ағиҙел йылғаһы аша үткән хәҙерге ике күпер арыһында төҙөләсәк. Эштәр ике этапҡа бүленә. Беренсеһендә яңы күпер төҙөү, икенсеһендә иһә элекке аркалы күперҙе төҙөкләндереү ҡарала. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы яҡынса 6 миллиард һумға баһалана.  Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү эштәре яҡынса 30 ай самаһы дауам итәсәк. Яңы объект сафҡа индерелгәс, шунда уҡ элекке күперҙе реконструкциялау эштәре башлана. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, был тәү сиратта Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, көнъяҡ райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Республика етәксеһе Мәскәүҙә үткән “Рәсәй транспорты” форумы сиктәрендә Росавтодор етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыуҙа шулай уҡ Стәрлектамаҡ эргәһенән үткән Өфө-Ырымбур юлын киңәйтеү тураһында фекер алышты. Был тәү сиратта төбәктәге транспорт системаһын яҡшыртасаҡ.  Өфөнөң архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе һүҙҙәренсә, яңы объект проекты тикшереү үтеп төҙөлөшкә рөхсәт бирелгән. Һәм киләһе йылдың беренсе яртыһында төҙөлөш эштәрен башланыр тип көтөлә. Киләсәктә күпер менән бергә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспектындағы юл киҫелешен яңыртыу, шулай уҡ Пугачев урамын киңәйтеү планлаштырыла. Был тәү сиратта машиналар ағымын кәметәсәк.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика