Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Йәсмин, миләүшә сәскәләренең һәм әфлисун ағасының хуш еҫтәре – Франциялағы Граса ҡалаһының визит карточкаһы. Урындағы парфюмерия сәнғәте бөтә донъяла танылыу яулаған. Хәҙер улар ҡулланған хушбуйҙарҙы етештереү ысулы ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Ошо рәүешле улар башҡаларҙың ялған хушбуй сығарыуҙарын сикләр һәм хеҙмәттәшлеккә яңы компаниялар йәлеп итер, тип өмөтләнә.
  • Уникаль артефакт. Израилдә 9 мең йыл элек эшләнгән таш битлек табылған. Яңы экспонат Көнсығыш Иерусалимдағы Рокфеллерҙың археологик музейында урын алған. Борон ул дини йолаларҙа ҡулланған, тип иҫәпләй ғалимдар. Ауыҙ һәм күҙҙәр ҡыуышлығы булған битлек ҡоралдар ҡулланып эзбизташтан яһалған. Донъяла ошондай неолит осорона ҡараған 15-кә яҡын табыш бар.
  • Ҡырымда – “Триумф”. Ошолай аталған зенит ракета комплексы Ҡырымдың төнъяғында хәрби дежурға баҫты. Улар илдең Украина менән сиген һаҡлаясаҡ. Ул авиация, ҡанатлы һәм баллистик ракеталарға ҡаршы ҡулланыла. Ракета 400 километрға тиклем алыҫлыҡтағы һәм 30 километр бейеклектәге сәптәрҙе юҡ итеүгә тәғәйенләнгән.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә, иртәгә лә  яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, урыны менән +3-кә тиклем, көндөҙ +24,+29 градус.

12 мая 2021
Смотреть видео Мискә формаһындағы мунсалар | ГТРК «Башкортостан»

Мискә формаһындағы мунсалар

Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. ... тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят...

12 мая 2021
Смотреть видео Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир

 Башҡортостан балыҡсылары яңы миҙгелгә әҙерләнә. Яҡшы табыш эләктерергә теләүселәр ҡоралды ҡайҙа яңырта? Әлбиттә, Өфөнөң Аксаков урамындағы “Блесна” магазинында. Бында балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы табырға була. Ысын балыҡсы миҙгел һайламай. “Блесна” магазинында ҡышҡы балыҡсылыҡ...

12 мая 2021
Смотреть видео “Русь Великая” теплоходы Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

“Русь Великая” теплоходы Өфөлә

Беренсе тапҡыр Өфөлә булған “Русь Великая” теплоходы бөгөн илдең баш ҡалаһына ҡайта. Өс палубалы теплоход баш ҡаланың Дуҫлыҡ Монументында туҡтағайны. Мәскәүҙән килгән туристар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша алды. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Өс палубалы “Русь Великая”...

12 мая 2021
Смотреть видео Шайморатов ауылында хәйриә концерты | ГТРК «Башкортостан»

Шайморатов ауылында хәйриә концерты

Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Кесеһе лә, олоһо ла яттан белгән “Шайморатов генерал” йыры легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ауылдаштарының гимнына...

12 мая 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, талпандар | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, талпандар

Башҡортостанда талпандан зыян күреүсе 800-ҙән ашыу кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак тикшерелгән бөжәктәрҙең 0,8 проценты энцефалитлы, 18 проценты боррелиоз вируслы...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта

Һаулыҡ-һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында ла вакцина эшләтеүселәр һаны күп  булған. Ял көндәрендә генә   40 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан.. Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  293 меңдәң ашыу кеше  эшләткән...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ...

12 мая 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазандағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәргә Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын...

12 мая 2021
Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Яндекс.Метрика