К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

92 йәшлек көйәрмән

50 йылдан ашыу Салауат Юлаев хоккей клубының әүҙем көйәрмәне. Хәҙер инде уға 92 йәш. Әммә ул яратҡан клубына тоғро булып ҡала, уйындарҙы ҡарау өсөн Шаҡша биҫтәһенән Өфө аренаға тиклем йәйәүләп тә килгеләй.  Фәймә Сәйфүлғәлим ҡыҙы хоккей көйәрмәне. Совет заманынан алып әлеге ваҡытта уйнаған хоккейсыларҙың барыһын да белә. Фатирында уның төрлө фотоһүрәттәре урын алған, һәр береһенең уйынына ҡылыҡһырлама бирә ала. 92 йәшлек көйәрмән ни өсөн тап хоккей уйыны менән ҡыҙыҡһыныуын әйтә алмай. Өфө ҡалаһына күсеп килгәс, хәләл ефете менән “Ҡыҙыл машина” хоккей клубының уйынынан күргәс тә  ҡомар барлыҡҡа килә. Бер уйынды ла ҡалдырмаған Фәймә Зәйнуллинаны хоккейсылар аренала күрһәләр беҙҙең талисман килде, тип ҡыуана. Шаҡша биҫтәһенән Өфө аренаға тиклем килеү ҙә миңә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, ти 92 йәшлек көйәрмән.  Быйыл ғына уйындарҙы ул телевизорҙан ҡарай башлаған, балалары уға ҙур телевизор ҙа бүләк иткән. Хәҙер иһә балалары ғына түгел ейәндәре, бүлә-бүләсәләре лә хоккей клубының иң әүҙем көйәрмәндәре. Ғөмүмән, Фәймә инәйҙең бөтә ғүмере Салауат исеме менән бәйле. Шишмә районы Уразбахты ауылында тыуған ул, ауыр һуғыш йылдарында етем ҡалып, кескәй туғандарын ҡарап үҫтерә. Тәүге хеҙмәт юлын тап “Салауат” колхозында башлай. Тыл хеҙмәткәре йәштән үк бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирешмәҫкә өйрәнә. Фәймә Зәйнуллина өлгөлө әсәй, оләсәй. Шулай ҙа һуңғы арала хоккейсылар йыш алмашына, иҫтә лә ҡалдырып булмай, ти уларҙы.  Фәймә инәйҙең балалары ла, яҡын кешеләре лә Салауат Юлаев хоккей клубы уйынын ҡарағанда уны борсорға ярамай икәнен яҡшы белә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика