“Салауат Юлаев” үҙ көйәрмәндәре алдында Магниторск ҡалаһының “Металлург” командаһына еңелә. Өфө клубы өсөн уйын беренсе минуттарҙан уҡ уңышһыҙ башлана. Тәүге периодта беҙҙең ҡапҡаға ҡаршы команда ике яуапһыҙ шайба ташлай. Уйындың ҡалған ике өлөшөндә берешәр шайба индерәләр. Шулай итеп, “Юлаевсылар” 0:4 иҫәбенә “Металлург” командаһынан еңелә. Әле “Салауат Юлаев” хоккей командаһы көнсығыш конференцияһында 7-се баҫҡыста урынлашҡан.

Алина Дәүләтханованың тәүге концерты
Башҡортостан” дәүләт концерт залында йырсының ижадына ғашиҡ тамашасылар йыйылды. “Күптән көтөп алынған ваҡиғаға 13 йылдан ашыу әҙерләндем. Мин бар нәмәгә етди ҡарайым, нимәгә тотонһам да 200 процентҡа бирелеп, юғары кимәлдә эшләйем,” ти йырсы. Шуғалыр ҙа концерт юғары кимәлдә үтте, яңы йырҙарҙын да...

Ҡыш бабаймы, әллә ҡарасҡымы?
Өфө халҡы йорт ихаталарындағы яңы йыл фигуралары менән ҡәнәғәт түгел. Боҙһындар емерелә башлаған, буяуҙары ағып төшкән, ә майҙанда торған шыршы бөтөнләй ҡыйыш урынлаштырылған. Ни өсөн яңы йыл персонаждары тиҙ арала үҙ йөҙөн юғалтҡан? Был видеоны Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәрҙең береһе төшөрөп...

Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы
Республика аграрийҙары үҙебеҙҙә етештерелгән һәм иң мөһиме сифатлы продукция һатып алырға кәңәш итә. Ошо йәһәттән Ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы. Алдынғы бул.” тип аталған яңы проект башлай. Һуңғы осорҙа халыҡ араһында тиҙ туҡланыу ризыҡтары түгел, ә сифатлы һәм сәләмәтлек...

Нефтехимия заводында экологик тикшереү
Дәүләт Думаһы депутаты Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында экологик тикшереү үткәререүҙәрен һорай. Предприятие етештереү процессының экологик хәүефһеҙлегенә етешле кимәлдә иғтибар бирмәй, тип иҫәпләй Александр Ющенко. Ул компанияның экологик сәйәсәтен асыҡлар өсөн Башҡортостан прокуратураһына һәм...

17-се балалар клиник дауаханаһында ыңғай үҙгәрештәр
Ҡыҙыл, һары һәм йәшел. Был светофор төҫтәре генә түгел, ә махсус зоналарҙың атамаһы. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге төҙөкләндереү эштәренән һуң, пациенттарҙы яңы система буйынса ҡабул итә. “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә башҡарылған үҙгәрештәр яңы йылдан тулы...

Тел асҡысы
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҡыусылар араһында “Тел асҡысы” тип аталған башҡорт интеллектуаль уйыны ойошторолдо. Уйында Өфө мәктәптәренән тупланған дүрт команда ҡатнашты. Уйын алдынан уҡытыусы үҙенең кәңәштәрен еткерә. Уйынға һәр бала әҙер. Башҡорттар, осҡон, рух инженеры, беҙ...

Ауыл уҡытыусыларына Гранттар тапшырылды
Республика башлығы ҡарары менән быйыл ауыл ерендә эшләгән йөҙ йәш педагог 600 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залына был юлы йәш уҡытыусылар ашыға. Улар араһында Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауыл мәктәбендә информатика фәнен алып барған Дилара Сәмиғуллина...

Рәсәй халҡы Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартырға йыйынмай
Быйыл бер кешегә Яңы йыл сығымы уртаса 17 мең һумға етә. Ҡулланыусылар бюджетының яҡынса 43 процентын — бүләктәр, 45 процентын аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр һатып алыуға, ҡалғанын күңел асыуға тотонорға ниәтләй. 2020 йылда, былтырғы кеүек үк, аҡса, сәйәхәт һәм смартфон көтөп алынған бүләк булып ҡала....

Дарыуҙар ярҙам итмәгәндә хирург ҡоралы
Ҡан баҫымы ыҙалатҡан сирлеләргә һирәк һәм ҡатмарлы операцияларҙы хәҙер Өфөлә лә яһайҙар. Дамир Сәхәүетдинов юғары ҡан баҫымына зарлана. Тиҫтә йылдан ашыу борсоған хәлде һис ниндәй дарыу баҫмай, ти. Яңыраҡ уға табиптар бөйөр артерияһына радиойышлыҡтар тәьҫиренә ҡоролған операция тәҡдим иткән....

Ғүмер хаҡы - илле миллион һум
Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Эмиль Әлмөхәмәтов һирәк осрай торған генетик сир менән яфалана. Малай әле махсус ҡоролма ярҙамында ғына йәшәй. Хәлен яҡшыртыр өсөн уға ҡыйбатлы дарыу кәрәк, әммә уны сит илдәрҙә генә етештерәләр. Ни өсөн республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сабыйға ваҡытында уҡ ярҙам...

Бөгөн Рәсәй Конституцияһы көнө
Төп закон 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. 2004 йылда Дәүләт Думаһы депутаттары Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерә һәм Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле дата ғына булып ҡала.

Башҡортостанда 31 декабрь эш көнө
Шулай ҙа предприятие-ойошма етәкселәренең уны шәмбеләге ял менән алмаштырыу хоҡуғы бар. Был турала Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһы йылдың һуңғы эш көнөн ял тип иғлан итеү хоҡуғын төбәктәргә ҡалдырғайны. Әле Томск, Ленинград, Киров,...

Алдынғы ғаиләләргә дан һәм хөрмәт
Республикала 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу йолаһы бар. Сираттағы тантанаға ир-егеттәр ҙә саҡырылғайны. Дүртөйлө районынан Лариса Первушина был тантанала икенсе тапҡыр, бер нисә йыл элек ул төбәк Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алһа, бөгөн иптәше...

Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше
Башҡортостанда киләһе йылдан «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше» тигән федераль программаны ғәмәлгә ашырыу башлана. Уға ярашлы, Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һуҙыуға һәм 157 саҡырым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш....

Мөрәжәғәтнәмә аныҡ эштәрҙә сағылыш табасаҡ
Республика парламенты Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған тәҡдимдәрҙе 1 аҙна эсендә өйрәнеп закон проекттарында нығытырға тейеш. Был турала дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышында әйтелде. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы һуңғы ултырышы 19 декабргә тәғәйенләнгән. Көн...

Рәсәйҙең сик һағы институттарына кандидаттар һайлана
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлай. Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби...

Яңыраҡ Ҡыш бабайға хат акцияһы тамамланды
Ҡыш бабайҙың штабында балаларҙың мөрәжәғәттәре бихисап. Электрон адресҡа меңдән ашыу хат килһә, 200-ҙән ашыу хат ҡулдан яҙылып конвертта ебәрелгән. Һәр хатты Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары уҡып сыға һәм конкурс шарттарына тура килгәнен һайлап ала.

Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ
28 декабрҙә Өфөлә Яңы йыл алдынан төп сара-Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар бөгөндән үк [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашыусылар конкурсҡа Өфө...

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020»
«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторола. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт...

Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар
Өфөлә Яңы йыл алдынан пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар уҙғарыла башланы.Тап байрам алдынан законһыҙ эшләүселәр күбәйә һәм һатыуға тикшереү үтмәгән тауарҙар сыға. Рейд барышында тауарҙың лицензияһына, рөхсәт ҡағыҙҙарына, янғын һүндереү ҡоролмаларына иғтибар ителә....

Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте
Был мөһим документта Башҡортостандың киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Сәғәт дауамында Радий Хәбиров көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Республика үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр – күп балалы ғаиләләрҙе, табиптарҙы, эшҡыуарҙарҙы, артистарҙы һәм башҡа...

“Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты
Уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр. Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы быйыл Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Күрһәтелгән ярҙам менән гимназияла “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә зәңгәр экрандарҙа эшләргә теләүселәр хәҙер был һөнәрҙең...

Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер
Шыршы, байрам иллюминацияһы, яҡтыртыу ҡоролмалары, боҙ ҡаласыҡтары һәм сәхнәләр. Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 10 декабргә тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарҙағы төп майҙансыҡтарҙа шыршылар урынлаштырып, боҙ...