Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды

Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт премьер-министры  вазифаһынан китте, мәғариф министры алмашынды. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров министрлыҡтар һәм ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәрен башлыҡтары алдында яңы бурыстар ҡуйҙы.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Бөгөн Өфөлә "Трамплин" туҡталышында канат юлы эшен башлай | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Өфөлә "Трамплин" туҡталышында канат юлы эшен башлай

Быйылдан ҡанат юлын Өфөнөң электр транспорты идаралығы хеҙмәтләндерә. Идаралыҡ белгестәре әйтеүенсә, быйылғы миҙгелдә фуникулерҙы хеҙмәтләндереүҙә ысынлап та ҡатмарлыҡтар бар.  Пенсионер-әхирәттәр Лилиә менән Римма ханымдар гел бергә йөрөй. Текә тауҙан хәрәкәт итеүе хәүефле –шуға ла өлкән...

19 мая 2016
Смотреть видео Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод ҡасан төҙөлөр? | ГТРК Башкортостан

Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод ҡасан төҙөлөр?

Бер нисә йыл инде Әбйәлил районында һөмбәш балыҡтарын үрсетеү буйынса завод төҙөләсәге тураһында һүҙ алып барыла. Санкциялар шарттарында төбәк өсөн мөһим предприятиеның төҙөлөшө көнүҙәккә сыға. Урындағы етештереүселәргә ул яңы мөмкинлектәр асыр ине. Ләкин, эш урынынан ҡуҙғалмай. Был кадрҙарҙы беҙ...

19 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Сочи АСЕАН форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Рәсәй президенты Азия банкы етәксеһе  Цзинь Лицюнь менән осрашып Транссибты киңәйтеүҙә, Алыҫ көнсығыштағы проекттарҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Ҡытай һәм Һиндостан менән бергә Рәсәй ҙә был банктың төп акционеры булып тора. Парижда полиция...

19 мая 2016
Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялылар өсөн дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ

СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү ваҡытында башҡарыла. Быға тиклем федераль телеканалдарҙың береһендә республикала ВИЧ-инфекциялыларҙың ярты йыл буйына дауа алмауҙары хаҡында мәғлүмәт яңғырағайны. Үҙәктең баш табитбы...

19 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Конституция Суды ойошторолоуға 20 йыл тулыуға арналған тантаналы ултырыш уҙҙы | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Конституция Суды ойошторолоуға 20 йыл тулыуға арналған тантаналы ултырыш уҙҙы

Сарала  Башҡортостандың  юридик белем биреүсе юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.  Шулай уҡ Башҡортостандың Конституция суды иғлан иткән конкурста еңеүсе студенттар, магистрант һәм аспиранттар  бүләкләнде.

19 мая 2016
Смотреть видео Башҡортостан депутаттары оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт ҡабул итте | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан депутаттары оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт ҡабул итте

Улар Өфө үҙәгендә урынлашҡан хәрби казарманы төҙөкләндереүҙе талап итә. Был объект мәҙәни мираҫ исемлегенә ингән һәм әле емерек хәлдә.  Ҡеүәтле көс структураһын был хәл бер ҙә биҙәмәй. Мөрәжәғәт Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30-сы ултырышында ҡабул ителде. 

19 мая 2016
Смотреть видео Кушнаренко районындағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге тағы ла бер мышыны һауыҡтырып иреккә сығарҙы | ГТРК Башкортостан

Кушнаренко районындағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәге тағы ла бер мышыны һауыҡтырып иреккә сығарҙы

Нығынған малҡайҙарҙы ҡайтанан тәбиғәт шарттарына ебәреү ҡыуаныслы ваҡиға булһа ла, белгестәр улар өсөн хафаланыуын йәшермәй. Зина ҡушаматлы мышы балаһын үҙәккә ике йыл элек алып киләләр. Яраланған мышы балаһына Йылайыр районының һунарсыһы юлыға. Инәһенән айырылған малҡайҙың алғы аяғы имгәнгән була...

18 мая 2016
 «Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программаларында еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды  | ГТРК Башкортостан

«Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм «Яңы эш башлаған фермер» программаларында еңеүселәргә сертификаттар тапшырылды

Ике программа сиктәрендә 302 миллион һум яңы эш башлаған 114 фермер һәм 34 ғаилә малсылыҡ фермалары башлыҡтары араһында бүленде. Ауыл хужалығының төп йүнәлештәренән тыш, балыҡсылыҡ, еләк үҫтереү һәм үҫемлекселек буйынса проекттар ҙа грант алды. Республикала ауыл хужалығында тулайым продукцияның...

18 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй Президенты ипотека буйынса процент кимәлен кәметеүҙе талап итә | ГТРК Башкортостан

Рәсәй Президенты ипотека буйынса процент кимәлен кәметеүҙе талап итә

Дәүләт советы ултырышында сығыш яһап Владимир Путин  ил Хөкүмәтенә һәм Үҙәк банкка был мәсьәләне хәл итеү алымдарын табырға ҡушты.  Баҙар механизмдары ярҙамында ғына  торлаҡҡа ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә мөмкин тине Владимир Путин.Быйыл беренсе кварталда ғына Башҡортостанда 9 миллиард...

18 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырым тәүге тапҡыр туризм мөмкинлектәренә арналған күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ. Әле Алыҫ көнсығыш федераль университетында стендтар, презентация программалары әҙерләнә. Күргәҙмәгә Ҡытай, Япония, Корея, Малайзия менән бер рәттән Ҡырым республикаһы ла саҡырылған. Сиктәрҙе ябыу һәм ҡасаҡтарҙы кире...

18 мая 2016
Смотреть видео Рәсәйҙә йылдан-йыл  психик торошо ҡаҡшаған кешеләр һаны арта | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙә йылдан-йыл психик торошо ҡаҡшаған кешеләр һаны арта

Был тәү сиратта эскелеккә, насар ғәҙәттәргә бәйле. Ошо минуттарҙа Өфөлә йәмғиәттең психик сәләмәтлеге темаһына арналған милли конгресс үтә. 

18 мая 2016
Смотреть видео Эскәнһең икән буйыңа һеңдер | ГТРК Башкортостан

Эскәнһең икән буйыңа һеңдер

Күрәһең, был кеше халыҡ мәҡәлен генә түгел, үҙен нимә ҡыланғанын да белмәй. Һәр хәлдә ирҙәр  бындай түбәнселеккә төшмәҫ ине. Сипайлово биҫтәһендә видео күҙәтеү камералары эсеп алған ирҙең тик торған машинаны типкесләүен төшөрөп алған. Дуҫтары батырайып алған ирҙе подьездға алып инә. Әммә бер-...

18 мая 2016
Конденсат үткәргестәге авариянан һуң Өфө районында хәл тотороҡлана | ГТРК Башкортостан

Конденсат үткәргестәге авариянан һуң Өфө районында хәл тотороҡлана

Халыҡ үҙ йорттарына ҡайта башланы. Ваҡытлыса йәшәү урындарында кеше юҡ, тип хәбәр иттеләр беҙгә бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.Кисә кис торба тишелеп конденсат аҡҡас райондың Сергеевка ауылынан 300 кеше эвакуацияланғайны. Шыйыҡ газ конденсаты ағып төшкән урын әле махсус...

18 мая 2016
Күмертау ҡалаһында күпләп кешене үлтереү эшенә нөктә ҡуйылды | ГТРК Башкортостан

Күмертау ҡалаһында күпләп кешене үлтереү эшенә нөктә ҡуйылды

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында хөкөм ҡарары иғлан ителде. Сергей Букаев та, Константин Сурков та ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителде. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, бер төркөм йәштәр ике бүлмәле фатирҙа ҡунаҡ ойоштора. Иҫереп алған Сергей Букаев 22 йәшлек егеткә телефонын урлауҙа ғәйепләп бәйләнә...

18 мая 2016
Смотреть видео Республиканың экология министрлығы Өфө районында газ конденсаты аҡҡан урынды күҙәтеүгә ала | ГТРК Башкортостан

Республиканың экология министрлығы Өфө районында газ конденсаты аҡҡан урынды күҙәтеүгә ала

Был хаҡта министрлыҡҡа һылтанып Интерфакс агентлығы хәбәр итә. Әле урында экологтар, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй. 

17 мая 2016
Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно төркөмө Мексикала Бөтә Донъя фольклариадаһында ҡатнашасаҡ | ГТРК Башкортостан

Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно төркөмө Мексикала Бөтә Донъя фольклариадаһында ҡатнашасаҡ

Башҡортостан артистары Сакатес, Мехико ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Фәйзи Ғәсҡәров ансамбленең бер сәғәтлек концерт программаһы   коллективтың алтын фондындағы милли бейеүҙәрҙән төҙөлгән. Мехикола Бөтә Донъя фольклориадаһы эстафетаһы Башҡортостандың рәсми делегацияһына тапшырыласаҡ. 

17 мая 2016
Смотреть видео Рәсәйҙән бер төркөм хәбәрселәр әле Монголия менән таныша | ГТРК Башкортостан

Рәсәйҙән бер төркөм хәбәрселәр әле Монголия менән таныша

Был сәфәр ике ил араһындағы бәйләнештәрҙең 95 йыллығына арналған. Сәфәрҙә беҙҙең телекомпаниянан Ғәлимйән Ибәтуллин һәм Рәлиә Сәхибгәрәева ла ҡатнаша. 

17 мая 2016
29 майҙа Өфөлә республика Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә | ГТРК Башкортостан

29 майҙа Өфөлә республика Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә

Сарала ҡатнашыусы ете йәшкәсә балалар, 7-12 йәшлектәр һәм 12-16 йәшлек үҫмерҙәр бер нисә номинация буйынса көс һынаша. Сығыштарҙы тәжрибәле жюри баһалай. Эксперттар аяттарҙы белеүгә генә түгел, уларҙы дөрөҫ уҡыуға ла иғтибар итәсәк. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.Конкурс 10 йыл...

17 мая 2016
Өфөлә студенттар макулатура йыя башланы | ГТРК Башкортостан

Өфөлә студенттар макулатура йыя башланы

Был көндәрҙә республика баш ҡалаһында ,,Йәшел сессия,, тип аталған экологик акция үтә, ул 29-сы майға тиклем барасаҡ. Сараны Рәсәй студенттары отрядының Башҡортостан бүлексәһе ,,Таҙа ҡала,, компаниялар төркөмө менән берлектә ойошторған. Белгестәр иҫәпләүенсә, бер тонна ҡағыҙҙы ҡайтанан эшкәртеү, 17...

17 мая 2016
22 майҙа Башҡортостанда берҙәм һайлау көнө уҙғарыла | ГТРК Башкортостан

22 майҙа Башҡортостанда берҙәм һайлау көнө уҙғарыла

Унда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнә. Праймериз алдан һайлау тигәнде аңлата. Уның маҡсаты – сәйәси фирҡәнән бер кандидатты билдәләү. Рәсәйҙә бындай кампания 2007 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл Башҡортостандан 107 кандидат теркәлде. Улар тәүҙә халыҡтың ышанысын яуларға тейеш. Был...

17 мая 2016
Смотреть видео Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк

Июндә граждандар фатирҙа электр энергияһын ҡулланған һәм дөйөм йорт ихтыяжы нормативы өсөн иҫәп аласаҡ. Айырманы иһә идара итеүсе компания түләйәсәк. Илгиз кәлимуллин күп ҡатлы йортта йәшәй. Был яңылыҡтың ул ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар, тигән фекерҙә.Икенсе яҡтан  - подъезды, баҫҡыс...

17 мая 2016
Смотреть видео Автомобилдәрҙе страховкалау водителдәр өсөн ҙур һынауға әйләнә бара | ГТРК Башкортостан

Автомобилдәрҙе страховкалау водителдәр өсөн ҙур һынауға әйләнә бара

Был аҡсаға лә бәйле түгел. Сөнки бер кем дә полисты һатып алыуҙан баш тартмай. Водителдәр компанияларҙың өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп тағып еңел генә аҡса эшләргә теләүенән хайран ҡала.  Хәҙер инде тағы ла бер һылтау менән страховкалаусы компаниялар сираттар барлыҡҡа килтерҙе. Был журнал башынан...

17 мая 2016
Башҡортостанда «Мотоцикл» операцияһы башланды | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда «Мотоцикл» операцияһы башланды

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһында әле  йөҙ меңдән ашыу мотоцикл иҫәптә тора. Был төр транспорт та тейешле талаптарға яуап бирергә тейеш. Операция барышында инспекторҙар тәү сиратта иҫәпкә ҡуйылмаған мотоциклдарҙы асыҡлауға төп иғтибар бирәсәк. Был эшкә участка полиция хеҙмәткәрҙәре лә...

17 мая 2016
Яндекс.Метрика