Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан Башҡортостанға был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылды.Университеттың тарихы 1941 йылдан башлана. Тап шул ваҡытта Черниковск ҡалаһына Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институты күсерелгән. Йәнә ете йылдан был уҡыу йортоноң Өфө филиалы асыла. Ете тиҫтә йыл арауығында Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй техник юғары уҡыу йорттарының алдынғы утыҙы, ә нефть һәм газ йүнәлешендә белем биргәндәренең тәүге бишәүһе исемлегендә килә. Илдең иң ҙур тармаҡ предприятеларының терәк уҡыу йорто дәрәжәһенә лә нефть техник университеты лайыҡ.Халыҡ-ара кимәлдә танылған юғары уҡыу йортонда планетаның төрлө төбәктәренән килгән студенттар белем ала.  Университеттың ете факультеты, өс институты, өҫтәмә һөнәри белем биреү бүлеге, инжиниринг үҙәге һәм йәштәр технопаркы бар. Юғары белем биреү йортоноң төп ҡаҙанышы иһә – әҙерләп сығарған белгестәре. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров университетты юбилейы менән тәбрикләп тап уларҙың төплө белеме менән лайыҡлы хеҙмәтен юғары баһаланы.Университетты тамамлаған белгестәр ҙә юбилей тантанаһы уңайынан уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлай. Студент йылдарын хәтергә төшөрә. Нефть университетында баһалап бөткөһөҙ белем туплағандарын таный.70 йыл – уҡыу йорто тарихында иҫтәлекле ваҡиға. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты заман талаптарына яуап биргән белем биреү үҙәге. Киләсәктә лә ул яңы үрҙәр яуларға әҙер.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Оператив штабтар эше тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Оператив штабтар эше тергеҙелә

Республика башлығы район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтарына оператив штабтарҙың ултырышын үткәрергә саҡырҙы. Социаль дистанция һаҡлауға, битлек режимын үтәүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырырға кәрәк. Аҙна республика һәм илдәге ваҡиғаларға бай булды. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне асып 1 июлдә...

7 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле  5 мең 638 сирле иҫәпләнә. Стационарҙарҙа — 412, амбулатор шарттарҙа 1 мең 817 кеше дауалана. Коронавирус теркәлгәндән алып 3 мең 304 кеше һауыҡҡан. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, COVID-19 буйынса хәл «бик шәптән...

7 июля 2020
Антисептиктың зарары бар | ГТРК «Башкортостан»

Антисептиктың зарары бар

Составында этанол булған антисептиктар етди ауырыуға килтереүе ихтимал. Был хаҡта Америка Ҡушма Штарттарының аҙыҡ-түлек һәм медикаменттарҙың сифатын санитар күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итә. Һуңғы ваҡытта антисептиктан ағыуланыу осраҡтары йышайған. Тирене зарарһыҙландырыу сараларына метанол...

7 июля 2020
Ҡурай еләге мәле етте | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурай еләге мәле етте

Балланып ҡурай еләге беште. Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа электән билдәле. Уның шифаһын белгән боронғолар еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уның бит-тән тиреһе өсөн файҙалы сифаттарын киң файҙаланғандар. Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы...

7 июля 2020
Эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Эҫе көндәр көтөлә

Башҡортостанда бер нисә көн ғәҙәттәгенән тыш эҫе көтөлә. 7-9 июлдә һауа температураһы 35 градустан юғары күтәрелеүе ихтимал. 7 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, көслө ел сығыуы мөмкин. Гидрометеоүҙәктән алынған мәғлүмәттәр буйынса  8 июлдә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа...

7 июля 2020
Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020