Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан Башҡортостанға был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылды.Университеттың тарихы 1941 йылдан башлана. Тап шул ваҡытта Черниковск ҡалаһына Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институты күсерелгән. Йәнә ете йылдан был уҡыу йортоноң Өфө филиалы асыла. Ете тиҫтә йыл арауығында Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй техник юғары уҡыу йорттарының алдынғы утыҙы, ә нефть һәм газ йүнәлешендә белем биргәндәренең тәүге бишәүһе исемлегендә килә. Илдең иң ҙур тармаҡ предприятеларының терәк уҡыу йорто дәрәжәһенә лә нефть техник университеты лайыҡ.Халыҡ-ара кимәлдә танылған юғары уҡыу йортонда планетаның төрлө төбәктәренән килгән студенттар белем ала.  Университеттың ете факультеты, өс институты, өҫтәмә һөнәри белем биреү бүлеге, инжиниринг үҙәге һәм йәштәр технопаркы бар. Юғары белем биреү йортоноң төп ҡаҙанышы иһә – әҙерләп сығарған белгестәре. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров университетты юбилейы менән тәбрикләп тап уларҙың төплө белеме менән лайыҡлы хеҙмәтен юғары баһаланы.Университетты тамамлаған белгестәр ҙә юбилей тантанаһы уңайынан уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлай. Студент йылдарын хәтергә төшөрә. Нефть университетында баһалап бөткөһөҙ белем туплағандарын таный.70 йыл – уҡыу йорто тарихында иҫтәлекле ваҡиға. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университеты заман талаптарына яуап биргән белем биреү үҙәге. Киләсәктә лә ул яңы үрҙәр яуларға әҙер.

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Билдәле шәхестәр балаларға | ГТРК «Башкортостан»

Билдәле шәхестәр балаларға

Ошо исем аҫтында Рәсәй ҡалалары буйлап хәйриә проекты ойошторолоп килә. Өфө лә был саранан ситтә ҡалманы.  25 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холлында “Безымянная звезда” тип аталған мюзикл ҡуйыла. Билет һатыуҙан йыйылған аҡсалар һәләтле балаларға ярҙамға йүнәлтеләсәк. Проекттың тағы ла бер...

13 ноября 2019
Смотреть видео  Өфөнөң күп йүнәлешле колледжына - 80 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң күп йүнәлешле колледжына - 80

Республиканың мәғариф тармағындағы иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе һәм уның маҡсататры менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Өфөнөң киң профилле колледжында белем алған Риф Рыҫҡолов башҡа студенттар кеүек үк спортҡа ла ылыға, төп һөнәрен дә үҙләштерә. Дүртенсе курста белем алған егет киләсәктә...

13 ноября 2019
Смотреть видео  “Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға саҡыралар | ГТРК «Башкортостан»

“Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға саҡыралар

Эргәлә йәшәгән батырҙар кем, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында нимәләр мәғлүм һәм был иҫтәлекте мәңгеләштереү кем ихтыярында. Республика мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары “Эргәләге батырҙар тураһында инша” яҙырға әҙерләнә. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын нығытыу бурысын ҡуйған конкурс Бөйөк...

13 ноября 2019
Смотреть видео  Вандалдар Өфөләге “Ватан” этнопаркына 3 миллион һумлыҡ зыян килтергән | ГТРК «Башкортостан»

Вандалдар Өфөләге “Ватан” этнопаркына 3 миллион һумлыҡ зыян килтергән

Автомобилдәрҙә биләмәгә инеп дрифт ойоштороусылар был сумманы түләргә бурыслы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ноябрҙән 4-нә ҡарай төндә бер нисә водитель амфитеатрҙы бикләгән йоҙаҡты боҙоп ингәйне. Улар машиналарында тамаша ойоштороп биләмәгә ярайһы ғына зыян килтерә. Вандалдарҙы видеокамера аша...

13 ноября 2019
Смотреть видео  Юл һәм транспорт өсөн бүленгән аҡсаларҙың яртыһы ғына үҙләштергән | ГТРК «Башкортостан»

Юл һәм транспорт өсөн бүленгән аҡсаларҙың яртыһы ғына үҙләштергән

Район һәм ҡалаларға суммаларҙы йыл аҙағына тиклем үҙләштереү бурысы ҡуйылды. Был турала Республика хөкүмәтендә Беренсе Вице-Премьер Андрей Назаров рәйеслегендә үткән төҙөлөш һәм транспорт сәғәтендә әйтелде. 2019 йылға Башҡортостандың Юл фонды 24 миллиард ярым һум күләмендә раҫланған. Был уҙған йыл...

13 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ҡышҡы осорҙа “Буран” планы бойомға ашыраласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡышҡы осорҙа “Буран” планы бойомға ашыраласаҡ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы тәҡдим иткән тотҡарлыҡһыҙ Һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртибе Хөкүмәт ултырышында раҫланды. “Буран” планы юлдағыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта юл хәрәкәтен сикләү...

13 ноября 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар юлдарҙа тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар юлдарҙа тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәртә

Бөгөн күпселек райондарҙа ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Кесаҙнала төндәрен урыны менән 12 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ 3 градус һалҡындан 2 градусҡаса йылы була. Тотороҡһоҙ һауа торошо сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Синоптиктар билдәләүенсә Башҡортостандың 70 процентында әле...

13 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте

 Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша.  Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында...

12 ноября 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе ташландыҡ автомобилдәр тураһында хәбәр итергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе ташландыҡ автомобилдәр тураһында хәбәр итергә саҡырҙы

Хәбәр итеүебеҙсә, башҡалала юлдарҙы таҙартыуға, сүп-сар сығарыуға ҡамасаулаған барлыҡ транспорт эвакуациялана. Быға тиклем махсус комиссия рейд үткәреп, машиналарҙың хужаларын иҫкәртеп сыҡҡайны. Мөрәжәғәткә ҡолаҡ һалмағандарға тимер аттарын махсус туҡталҡанан эҙләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә,...

12 ноября 2019
Смотреть видео Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлау башланды | ГТРК «Башкортостан»

Сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына кандидаттар һайлау башланды

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлай. Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби хеҙмәтте...

12 ноября 2019
Смотреть видео Именлек һүҙҙә генә булып сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Именлек һүҙҙә генә булып сыҡты

Нарьян Марҙа балалар баҡсаһында булған фажиғәнән һуң Өфөлә именлек саралары көсәйтелеүе тураһында хәбәр ителде. Әммә ысынбарлыҡта, башҡалала балалар баҡсаларына теләгән һәр кем тиерлек үтә алыуы асыҡланды. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкиле Совет районында урынлашҡан тәүге балалар баҡсаһына бер ниндәй...

12 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә

Рәсәй менән бергә Башҡортостан да киләһе йылдың иң мөһим кампанияһы – халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә. Был карта ябай ҡағыҙ киҫәге генә түгел. Тап ул Өфө янындағы иң ҙур ҡасабаларың береһе булған Шамонино ауылының нисек төҙөлөшөн яҙып, артабанғы үҫешен билдәләй. Улай ғына түгел, был карта халыҡ иҫәбен...

12 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда газ үткәреү өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда газ үткәреү өсөн сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды

60 һәм 100 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын алыуға 80 меңдән ашыу кеше дәғүә итә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Масленниковтар бер нисә йыл элек Өфөнән Иглингә күсеп килә. Ғаилә финанс мөмкинлектәренә ҡарап газ үткәрелмәгән йорт һатып ала. Ҡышын уны йылытыу өсөн...

12 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан менән Чехия араһында сауҙа милли валюталарҙа башҡарылыуы ихтимал

Башҡортостан менән Чехия араһында тышҡы тауар әйләнешен 2024 йылға ун тапҡыр арттырырға һәм ике арала сауҙаны крона менән һумдарҙа алып барырға. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров менән Чехия Республикаһы илсеһе Витезслав Пивонька етәкселегендәге делегация...

12 ноября 2019
Смотреть видео

Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне

Радмир Сәғиҙуллин эске эштәр органдарында ун йылдан ашыу яҡын хеҙмәт итә. Күптән көтөлгән, яңы, заманса талаптарға яуап биргән автомобиль алыу бәхетен күптән көттөк, ти егет. Һөнәри байрам уңайынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  өр-яңы 40 автомобиль асҡыстарын алды. Техника...

11 ноября 2019
Смотреть видео Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Урындағы үҙидаралыҡтар ҡорға йыйылды

Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы берләшмәһе Рәсәйҙең урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү милли ассоциацияһы составына инә. Был ҡарар берләшмәнең сираттан тыш съезында ҡабул ителде. Милли ассоциация Президенттың май Указдарынада билдәләнгән Милли проекттарҙы боойомға ашырыуға халыҡты һәм...

11 ноября 2019
Смотреть видео Өфөләге янғын һүндереү бүлегенә фәрештә эйәләшкән | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге янғын һүндереү бүлегенә фәрештә эйәләшкән

Өфөнөң 8-се янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәрен хәҙер фәрештә һаҡлай. Кемдәрелер уны  бүлектең талисманы, тип йөрөтә. Килгән ҡунаҡтар уның менән фотоға төшә, кемдәргәлер ул ҙур юғалтыуҙы иҫләтә, әммә ышаныс, көс бирә. Ололар уға ҡарап илай, ә беҙҙең хәбәрселәр һоҡланып ҡайтҡан. Ләйсән...

8 ноября 2019
Смотреть видео Башҡорт атлылары эҙенән... | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт атлылары эҙенән...

Луганск өлкәһендә 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы менән бәйле артефакттарҙы эҙләйҙәр. Ҡаҙыныу эштәрендә Башҡортостан эҙәрмәндәре лә ҡатнаша. Ҡаҙыныу эштәре өсөн Антрацит районы осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо ерҙәрҙә 1943 йылдың февралендә барған ҡаты бәрелештәрҙә данлыҡлы дивизия ҙур...

8 ноября 2019
Смотреть видео Өфөлә “Еңеү” тип аталған республика марафонына старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Еңеү” тип аталған республика марафонына старт бирелде

Рәсми сара 7 ноябрь көнө Еңеү паркында үтте. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған, 1941 йылдың ошо көнөндә Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда парад үтә, һалдаттар унан тура фронтҡа оҙатыла. Республика акцияһының штандарты беренсе булып Борай районына тапшырылды. Май айына тиклем марафон бөтә республиканы урап...

8 ноября 2019
Смотреть видео Башҡорт бейеүе бөтә донъяға тарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт бейеүе бөтә донъяға тарала

Интернет селтәрендә барған флешмобҡа ҡушылыусылар һаны артҡандан-арта. Башҡорт бейеүен Көнъяҡ Осетия һалдаттары ла башҡарҙы. Башҡортостан егете Радмир Билалов үҙенең хеҙмәттәшен бейергә өйрәткән. Шул рәүешле улар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башлап ебәргән һәм...

8 ноября 2019
Смотреть видео Аҡбуҙат Бөрйәнгә ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Аҡбуҙат Бөрйәнгә ҡайтты

Бөрйән районындағы “Йылҡысыҡҡан” күленә килеүселәрҙе Аҡбуҙат ҡаршы аласаҡ. Унда халыҡ эпостарында һүрәтләнгән ҡанатлы толпар һынын урынлаштырыу эштәре башланды. Йыһан аты Силәбеләге Кәҫле заводында суйындан ҡойолғайны, скульптураны 6-сы ноябрҙә ауыр техника ярҙамында алып килделәр. Әле суйын...

8 ноября 2019
Смотреть видео Рәсәйҙәге тәүге “алтын сөй” Башҡортостан ерендә ҡағыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙәге тәүге “алтын сөй” Башҡортостан ерендә ҡағыласаҡ

Тиҫтәләгән ғилми тикшеренеүҙәрҙән һуң бөтө ил ғалимдары Усолка киҫемен рәсми рәүештә геология объектарының эталоны, тип раҫланы.  Тап ошо урында тиҙҙән геопарк төҙөләсәк. Әле бында таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Усолка киҫемендә эштәр барышын хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова күреп ҡайтты...

8 ноября 2019
Смотреть видео Өфөлә крандағы һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә була | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә крандағы һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә була

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡалалағы эсәр һыу сифаты тураһында яҙып сыҡты. Республика етәксеһе билдәләүенсә, интернет селтәрендә был темаға бәйле ялған мәғлүмәттәр бихисап. Улар араһында спекулянттар ҙа етерлек. “Әммә Өфөлә крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсергә мөмкин тип ышаныслы...

8 ноября 2019
Яндекс.Метрика