К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Сәйәси батл кем файҙаһына?

Был ялдарҙа баш ҡала халҡы ҡыҙыҡлы осрашыуҙа ҡатнашты һәм ҡатнаш алыш буйынса донъя кимәлендә билдәле спортсыға ҡаршы сыҡты. Красногорск ҡала  Думаһы депутаты Джефф Монсон сәйәси баттлда сетерекле һорауҙарға яуап бирҙе. Америка Ҡушма Штаттары гражданины, тәжрибәле спортсы, әммә сәйәсәткә яңы килгән депутат Джеффри Монсон менән осрашыуға  килеүселәр уның һорауҙарҙы нисек ҡабул итерен һағайыбыраҡ көттө һәм сәйәсмән яуап бирә алмаҫлыҡ һорауҙарын әҙерләне. Өс раундҡа ҡоролған сәйәси бәхәс ҡыҙыу барҙы. Беренсе раунд «Монсон һәм ҙур сәйәсәт» тип аталды. Өфө йәмәғәтселеге, Рәсәй сәйәсәт мәктәбе һәм йәштәр сәйәсәте лигаһы вәкилдәре Монсондың илһөйәрлек тойғоларын да тикшереп ҡараны.Рәсәй менән Джефф Монсонды ғаиләһе лә бәйләй — уның ҡатыны беҙҙең ил ҡыҙы. Рәсәйҙең тәбиғәте матур, әммә мин илде кешеләренең матур булыуы өсөн яраттым, тине ул. Икенсе раунд спортҡа арналды. Сәйәсмәнде физик әҙерлек яғынан да тикшерергә теләүселәр булды. Ҡатнаш алыш буйынса донъя чемпионы тиҙҙән спорттан китеп, тренерлыҡҡа күсеүе тураһында белдерҙе һәм Красногорскта асылған  спорт мәктәбе ныҡлап эшләй башлағас, башҡа ҡалаларҙа, Өфөлә лә шул иҫәптән, Монсон мәктәбе барлыҡҡа килеүе ихтималлығын белдерҙе.Джефф Монсон 87 тапҡыр рингка сығып, 60-ынан еңеү менән сыҡҡан спортсы. Сәйәсәттә лә ул уңышҡа өлгәшергә ниәтләй.Быны  иһә ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа уға ҡарата халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы көслө һәм һорауҙарын бирергә теләүселәр һаны бер ҙә кәмемәй.Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» шиғыр  юлдары Джефф Монсон тойғоларына  тура килеп кенә тора. Ул депутат вазифаһында өс ай эшләгән осоронда ең һыҙғанып спорт мәктәптәре асыу һәм Өфөлә лә, Красногорскта ла сетерекле булған мәсьәлә — алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү мөмкинлектәрен асыҡлауға тотондо.Бындай осрашыуҙар тәү сиратта йәштәр өсөн, фекерҙәрен ҡыйыу белдереп, сәйәсмәндәрҙең сығышын анализларға өйрәнеү, уларҙан өлгө һәм фәһем алыу йәһәтенән мөһим .Әммә, күптәрҙең фекеренсә,  сәйәси бәхәскә әлегә Өфө аудиторияһы әҙер түгел. Джефф Монсондың баттлды 3:0 менән еңеүе быға асыҡ дәлил.Сит ил кешеләренең  Рәсәй гражданлығын алырға ынтылыуы, ил сәйәсәтенә килеп инеүе бәхәстәр тыуҙыра. Киләсәктә Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидатураһын тәҡдим итергә ниәтләгән Джефф Монсонға ла ҡараш төрлөсә. Кемдер уны юғары кимәлдәге спортсы тип ҙурлай, кемдер сәйәсәттә яңы кеше тип һиҫкәнеп ҡарай.  Шулай ҙа башҡорт телендәге мөһим һүҙҙәрҙе мотлаҡ әйттерҙе ҡунаҡтан халыҡ.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика