Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь “халыҡ-ара инвалидтар” көнө тип билдәләнә. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнөң төп маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау,  тыныслығын һаҡлауға  йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, томал ишетмәгән ата-әсәнән ишетмәгән бала тыуа. Башҡалала ундай кескәйҙәр өсөн махсус балалар баҡсаһы эшләй.  Рәсәйҙә берҙән-бер тәүлек әйләнәһенә мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһында  50-гә яҡын бала тәрбиәләнә. Евгения сабыйын көн һайын иртә менән балалар баҡсаһына артикулляцион массажға йөрөтә. Тыумыштан ишетмәгән кескәй ҡыҙының телмәре, хәрәкәт әүҙемлеге яҡшырыуына ышана. Евгения үҙе лә ошо балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.Өфө ҡалаһының мөмкинектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән 6-сы баҡсаһында 2014 йылдан алып иртә ярҙам итеү хеҙмәте эшләй. Иң тәүҙә тап ошо бүлмәлә 11 айҙан алып 2 йәшкә тиклемге балалар менән  2 сәғәт шәфҡәт туташы, дефектолог  шөғөлләнә. Әгәр ҙә бала бер ишетмәй икән, йәһәт кенә белгестәргә мөрәжәғәт итеү кәрәк, тип билдәләй мөмкинлектәре сикләнгән балалар баҡсаһы педагогтары.  Ишетмәгән балалар менән 1 йәшкә тиклем шөғөлләнә башлау зарур. Иң тәүҙә массаж ярҙамында ҡан әйләнеше, бит мускулдары яҡшыра һәм бала ҡаты аҙыҡ ашарға өйрәнә. Әлбиттә, өндәр сығарыуы ла еңеләйә. Педагогтар билдәләүенсә, балаларҙың айырыуса күреү һәләте күпкә үҫешкән.  Шуға ла һәр бүлмә, предмет, атамалар  исеме яҙылып ҡуйылған, шулай балалар хәрефтәрҙе тиҙерәк хәтерендә ҡалдыра. Телмәрҙе үҙләштереү һәм өндәрҙе өйрәнеү ишетмәгән балаларға махсус алымдар буйынса өйрәтелә. Тәрбиәләнеүселәр ирендән уҡыйҙар һәм дактилолгоия –“бармаҡтар азбукаһы” буйынса аралаша.Көйҙө ишетмәһәләр ҙә бейергә яраталар. Музыка залына балаҫтар түшәлмәгән, сөнки балалар вибрацияны тойорға тейеш.  Ишетмәгән балалар – һәр бала кеүек уйнарға, бейергә, йүгерергә, шаярырға ярата, төҙөйҙәр, әүәләйҙәр, һүрәт төшөрәләр. Балалар баҡсала үҙҙәрен күпкә иркен тота, сөнки уларҙы бында яҡшы аңлайҙар. 2 аҙнаға бер тапҡыр һәм каникулдарға ғына ата-әсәләр өйҙәренә алып ҡайта. Ял көндәренән һуң һағынышып киләләр, ти тәрбиәселәр.  Төркөмдә 7-р бала, һәр дәрес 3-4 бала менән генә уҙғарыла.  Ғөмүмән, 6-сы һанлы мөмкинлектәре сикләнгән балалар баҡсаһында 50-гә яҡын тәрбиәләнеүсе йәшәй.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

Халыҡ шағирының “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлем” фильмы Мәскәү ҡалаһында күрһәтеләсәк. Башҡорт фильмын Рәсәй режиссеры Алексадр Галибин төшөргән. Өфө ҡалаһында иһә премьера 21-се сентябрҙә дәүләт концерт залында буласаҡ. Мостай Кәримдең юбилейына бәйле төп саралар 2019...

13 июня 2019
Смотреть видео Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар | ГТРК «Башкортостан»

Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар

“Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы телевизор ҡараусылары өсөн “Үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡтар” проектын тәҡдим итә. Төрлө һөнәр эйәләре тураһында төшөрөлгән тапшырыу аҙна һайын сығасаҡ. 35 йыл буйы яратҡан һөнәренә тоғро булған акушер-гинеколог Йәзилә Шевченконы белмәгән әсә юҡтыр. Ул Черниковка...

13 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостанда маралдар иреккә сығарылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда маралдар иреккә сығарылды

Уларҙың популяцияһын үҫтереү менән төбәктә бер-нисә йыл шөғөлләнәләр. Үткән быуаттың 40-сы йылдарында боландарҙың был төрөнә юғалыу хәүефе янай ине. Иреккә сығыу менән аҫыл боландар урманға ҡарай йүгерә. Был ваҡиғаны барыһы ла бер үк ваҡытта түҙемһеҙлек һәм хәүефләнеп көтә. Йәш боландарҙың ҡырағай...

13 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияның Суматра утрауында Синабунг вулканынан атылған көл ете саҡырым бейеклеккә күтәрелгән. Урандағы хакимиәттәр халыҡҡа битлектәр кейергә, мөмкин булһа урамға сыҡмаҫҡа кәңәш иткән. 400 йылдан һуң Синабунг 2010 йылда уянғайны. Румынияның Сибиу ҡалаһында ҡауҙы ғаиләһен янғындан ҡотҡарҡандар...

13 июня 2019
Смотреть видео 1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала | ГТРК «Башкортостан»

1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала

 Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ.  Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ...

13 июня 2019
Смотреть видео Республиканың стратегик партнеры | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың стратегик партнеры

“Башнефть” республика өсөн стратегик партнер булып ҡала. Ошо хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров компанияның уҙған йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә арналған ултырышта белдерҙе.  Компания ярҙамында төбәктә яңы социаль обьекттар төҙөлә, төрлө программалар бойомға ашырыла. Уҙған йыл “Башнефть”...

13 июня 2019
Смотреть видео Федераль бюджеттан нисек аҡса йәлеп итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Федераль бюджеттан нисек аҡса йәлеп итергә?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостанға федераль бюджеттан өҫтәмә аҡсалар йәлеп итеү мәсьәләләренә  арналған сираттағы кәңәшмә үтте. Ҡатнашыусылар тәү сратта бындай осрашыуҙарҙың ыңғай һөҙөмтәләр килтерә башлауын билдәләп үтте. Йыл башынан үҙәктән алынған өҫтәмә ярҙам...

13 июня 2019
Смотреть видео Инвестициялар йәлеп итергә диабаз ярҙам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Инвестициялар йәлеп итергә диабаз ярҙам итәсәк

Республика йортонда үткән Хакимиәт башлығы сәғәтендә Межгорье ҡалаһын үҫтереү йүнәлештәре билдәләнде. Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Илья Тереховты ҡабул итте. Республика етәксеһе муниципалитет өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында яуаплы ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирҙе....

13 июня 2019
Смотреть видео Тура бәйләнештә Рәсәй президенты | ГТРК «Башкортостан»

Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа...

13 июня 2019
Смотреть видео Өфө ҡалаһына 445 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһына 445 йыл!

Ошо уңайҙан башҡалабыҙҙың төрлө майҙандарында ҙур концерттар уҙғарылды. Бынан тыш, ҡала көнөндә Башҡортостан халҡы өсләтә байрамды бергә билдәләне. Дәртле йыр-бейеүҙәр, сағыу төҫтәге кейемдәр, алсаҡ йөҙҙәр. Ҡала көнөнә бағышланып уҙғарылған ҙур тантананы һәр кем ҡарап, күңел аса алды. Ғәҙәттәгесә,...

13 июня 2019
Смотреть видео Өфөлә Ленин майҙанында фонтан файҙаланыуға тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Ленин майҙанында фонтан файҙаланыуға тапшырылды

Тантаналы ваҡиғала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты. 2015-се йылда Шос һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә бер-нисә фонтан асыу планлаштырылғайны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урын алған ,,Ете...

13 июня 2019
Смотреть видео Өфөлә янғын һүндереүселәр  парады үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә янғын һүндереүселәр парады үтте

 Ленин майҙанында үткән тантанала Радий Хәбиров ҡатнашты.  Октябрь проспекты буйлап ут һүндереүселәр, студенттар һәм кадет мәктәбе уҡыусылары үтте, 52 махсус техника күрһәтелде.   Өфөнөң янғын һүндереү гарнизоны миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар араһында иң яҡшыларҙан...

13 июня 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды

Өфөлә Рәсәй көнө һәм башҡала көнө, шулай уҡ Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтте. Тантаналар иҫтәлекле һәйкәлдәргә сәскәләр һалыуҙан башланды. Бөйөк ил тарихына тоғро булырға, ата-бабалар батырлығын онотмаҫҡа һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләргә. Һәйкәлдәргә...

13 июня 2019
Смотреть видео Ағиҙел ярының Өфө янындағы өлөшөн ҙур үҙгәрештәр көтә | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел ярының Өфө янындағы өлөшөн ҙур үҙгәрештәр көтә

Республиканың төп һыу артерияһы буйын яңыртыуҙан тыш, унда төрлө обьекттар ҙа ҡоролсаҡ. Әлегә был видеояҙма ғына булһа ла, унда һүрәтләнгән обьекттар бер-нисә йылдан һуң үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Яңы филармония, төрлө үҙәктәр һәм Башҡортостанға килгән иң юғары ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн айырым...

11 июня 2019
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән 136 урын иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән 136 урын иҫәпләнә

 Өфөлә генә авария хәүефе янаған йөҙҙән ашыу участка бар. “Хәүефһеҙ юлдар” проекты сиктәрендә депуттатар ошо урындар буйлап рейд  үткәрҙе һәм аварияларҙың сәбәбен асыҡланы. Рөхсәт ителмәгән урындан юлды йүгереп сығыу лото уйыны һымаҡ – йә юлды ҡыҫҡартып отаһың, йә машина аҫтына эләгеп...

11 июня 2019
Смотреть видео Республика буйынса “Иғтибар балалар” операцияһы бара | ГТРК «Башкортостан»

Республика буйынса “Иғтибар балалар” операцияһы бара

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеларында балаларға велосипед, самокат кеүек транспорт төрҙәре менән юлды үтеү ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө, билдәләрҙе ҡабатлай. Рәсәйҙә быйыл ғына 186 велосипедсы аварияға осраған, дүрт баланың ғүмере өҙөлгән....

11 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дағыстандың Бежта ауылында күпер емерелгән. Халыҡ бергә йыйылып күп кенә автомобилдәрҙе имен урынға күсергән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡулдан эшләнгән күпер автомобилдәр ауырлығынан емерелгән. Һәләк булыусылар юҡ. Американың Аризона штатында тауҙарҙа 74 йәшлек ҡатын эвакуацияланған. Ҡатын...

11 июня 2019
Смотреть видео Өфөлә өлөшсөләр съезы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә өлөшсөләр съезы ойошторола

Киләһе шишәмбе, 18 июндә күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар төҙөүселәр һәм яуаплы ойошма вәкилдәрен осрашыуға саҡыра. Был хаҡта Республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы төҙөлөш сәғәтендә иғлан ителде.Инициатив төркөм вәкиле белдереүенсә, йыйында алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү...

11 июня 2019
Смотреть видео Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ, ә 1 июлдән бөтә йәмәғәт транспортында ла берҙәм карта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин, тағы ла ноябрь аҙағына тиклем ҡала-райондар араһында легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы бөтөрөргә иҫәп тоталар. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә...

11 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә республика халҡы Башҡортостан башлығын, шулай уҡ урындағы ҡала һәм район советтарына яңы вәкилдәр һайлап, Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайға өҫтәмә ике депутатты билдәләйәсәк.  Кампания Башҡортостан өсөн 400 миллион һумға төшәсәк. Бюллетендәрҙе иҫәпләү барышын күҙәтеү...

11 июня 2019
Смотреть видео Ил етәксеһе тура бәйләнештә | ГТРК «Башкортостан»

Ил етәксеһе тура бәйләнештә

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа...

11 июня 2019
Смотреть видео Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә | ГТРК «Башкортостан»

Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәр төбәктә “Йөҙөү – бөтәһе өсөн дә” ведомство-ара программаһы әҙерләнә. Ул муниципалитеттарҙа бассейндар төҙөүҙе һәм балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеүҙе күҙаллай. Проект ҡасан һәм нисек эшләй башлаясаҡ. Яңыраҡ ҡына Аслан Ҡорамшин һыуға инергә лә ҡурҡҡан. Ә...

10 июня 2019
Смотреть видео Холоҡ төҙәтеү колонияһында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа тотто | ГТРК «Башкортостан»

Холоҡ төҙәтеү колонияһында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа тотто

Өфөлә 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы дауамында иректән мәхрүм ителеүселәр ураҙа ураҙа тотоп, намаҙҙар уҡыны. Ә Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә улар ғәйет намаҙы уҡып, былауҙан ауыҙ итте. Өфөнөң 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһындағы хөкүм ителеүселәр Рәсәй...

10 июня 2019
Яндекс.Метрика