Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь “халыҡ-ара инвалидтар” көнө тип билдәләнә. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнөң төп маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау,  тыныслығын һаҡлауға  йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, томал ишетмәгән ата-әсәнән ишетмәгән бала тыуа. Башҡалала ундай кескәйҙәр өсөн махсус балалар баҡсаһы эшләй.  Рәсәйҙә берҙән-бер тәүлек әйләнәһенә мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһында  50-гә яҡын бала тәрбиәләнә. Евгения сабыйын көн һайын иртә менән балалар баҡсаһына артикулляцион массажға йөрөтә. Тыумыштан ишетмәгән кескәй ҡыҙының телмәре, хәрәкәт әүҙемлеге яҡшырыуына ышана. Евгения үҙе лә ошо балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.Өфө ҡалаһының мөмкинектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән 6-сы баҡсаһында 2014 йылдан алып иртә ярҙам итеү хеҙмәте эшләй. Иң тәүҙә тап ошо бүлмәлә 11 айҙан алып 2 йәшкә тиклемге балалар менән  2 сәғәт шәфҡәт туташы, дефектолог  шөғөлләнә. Әгәр ҙә бала бер ишетмәй икән, йәһәт кенә белгестәргә мөрәжәғәт итеү кәрәк, тип билдәләй мөмкинлектәре сикләнгән балалар баҡсаһы педагогтары.  Ишетмәгән балалар менән 1 йәшкә тиклем шөғөлләнә башлау зарур. Иң тәүҙә массаж ярҙамында ҡан әйләнеше, бит мускулдары яҡшыра һәм бала ҡаты аҙыҡ ашарға өйрәнә. Әлбиттә, өндәр сығарыуы ла еңеләйә. Педагогтар билдәләүенсә, балаларҙың айырыуса күреү һәләте күпкә үҫешкән.  Шуға ла һәр бүлмә, предмет, атамалар  исеме яҙылып ҡуйылған, шулай балалар хәрефтәрҙе тиҙерәк хәтерендә ҡалдыра. Телмәрҙе үҙләштереү һәм өндәрҙе өйрәнеү ишетмәгән балаларға махсус алымдар буйынса өйрәтелә. Тәрбиәләнеүселәр ирендән уҡыйҙар һәм дактилолгоия –“бармаҡтар азбукаһы” буйынса аралаша.Көйҙө ишетмәһәләр ҙә бейергә яраталар. Музыка залына балаҫтар түшәлмәгән, сөнки балалар вибрацияны тойорға тейеш.  Ишетмәгән балалар – һәр бала кеүек уйнарға, бейергә, йүгерергә, шаярырға ярата, төҙөйҙәр, әүәләйҙәр, һүрәт төшөрәләр. Балалар баҡсала үҙҙәрен күпкә иркен тота, сөнки уларҙы бында яҡшы аңлайҙар. 2 аҙнаға бер тапҡыр һәм каникулдарға ғына ата-әсәләр өйҙәренә алып ҡайта. Ял көндәренән һуң һағынышып киләләр, ти тәрбиәселәр.  Төркөмдә 7-р бала, һәр дәрес 3-4 бала менән генә уҙғарыла.  Ғөмүмән, 6-сы һанлы мөмкинлектәре сикләнгән балалар баҡсаһында 50-гә яҡын тәрбиәләнеүсе йәшәй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Фәлестин-Израиль сигендә бәрелештәр: Кәм тигәндә 60 кеше һәләк булған, 2 мең кеше яраланған. Фәлестиндар Америка илселеген Тель-Авивтан Иерусалимға күсереүгә  ризаһыҙлыҡ белдерә һәм  ҡаршылыҡ акциялары үткәрә.Төркиәлә, Лондонда, Вашингтонда ла Америка илселеген Иерусалимға күсереүгә ҡаршы...

16 мая 2018
Смотреть видео Асҡын районы халҡы бер йылдан ашыу мәҙәни усаҡһыҙ йәшәй | ГТРК «Башкортостан»

Асҡын районы халҡы бер йылдан ашыу мәҙәни усаҡһыҙ йәшәй

36 йыл элек төҙөлгән район мәҙәниәт йорто таушалған. Унда бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Төҙөкләндереү өсөн 85 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Асҡын районы мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” бейеү ансамбле хәҙер сәхнәлә түгел, ә бейеү залында шөғөлләнергә мәжбүр. Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе лә, тамашасы...

16 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан «Туҡта СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан «Туҡта СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Сара Спидтан вафат булғандарҙы хәтерләү көнө уңайынан быйыл 20-се майҙа уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — иммун системаһы дефициты вирусы хаҡында һөйләү, сир хәүефен кәметеү. Акция барышында ВИЧ инфекцияһына бушлай һәм аноним рәүештә анализ тапшырырға мөмкин. Һөҙөмтәләр 15 минуттан һуң әҙер була....

16 мая 2018
Смотреть видео Ағиҙел күперен асыу ваҡыты тағы ла 1 айға кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел күперен асыу ваҡыты тағы ла 1 айға кисектерелә

Был турала Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе. Ремонт эштәренең һуҙылыу сәбәптәре март айында уҡ билдәле булған. Сөнки күперҙең өҫкө өлөшөн тотоп тороусы терәүҙәр эшлектән сыҡҡан. Шуға ла тәүҙә уларҙы алыштырырға кәрәк, был иһә, эштәрҙе кәм тигәндә тағы ла 1 айға оҙайта.

16 мая 2018
Смотреть видео Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы

Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса документтар ҡабул итеү башлана. Уларҙы агросәнәғәт предприятиелары Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға тейеш.  Документтарҙы 2018-се йылдың 17-се майынан 1-се июненә тиклем килтерергә кәрәк. Йәш аграрийҙарға бер тапҡыр бирелә...

16 мая 2018
Смотреть видео Бензинға йәнә хаҡтар артты | ГТРК «Башкортостан»

Бензинға йәнә хаҡтар артты

“Башнефть” заправкаларында бензинға йәнә хаҡтар артты. Яғыулыҡтың барлыҡ төрҙәре 30 тингә ҡиммәтләнде. Шулай итеп, хәҙер 92 “Атум”дың бер литры 39 һум 40 тин, 95-се маркалыһы 41  һум 50 тин, дизель яғыулығы 41 һум 80 тин тора. Өфөлә быға тиклем бензинға хаҡтар үткән ял көндәрендә генә 30 тингә...

16 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаттағы фатир янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаттағы фатир янып китте

Янғын һүндереүселәргә өҫтәге ҡаттарҙан 10 кешене махсус ҡоролма ярҙамында эвакуацияларға тура килде. Ҡотҡарылыусылар араһында 3 бала һәм ауырлы ҡатын да бар. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Бөгөн шулай уҡ  Өфөлә лә ике ҡатлыҡ ағас йорт янды.

16 мая 2018
Смотреть видео Ни өсөн хаҡтар арта? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн хаҡтар арта?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте комитетының күсмә ултырышы үтә. Унда беренсе июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артыуы, һыуыҡ осорҙа йылылыҡ өсөн түләү нормативтарына күсеү һәм ресурс ойошмалары менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелә.

15 мая 2018
Смотреть видео Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры  Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй. 16 майҙа киске сәғәт 7-лә ул ғаиләһе, туғандары,  ижадташ дуҫтары менән тамашасыларҙы театр залына юбилей кисәһенә ҡунаҡҡа саҡыра. Алмас Әмиров...

15 мая 2018
Смотреть видео Иман йорто – ауыл ҡото | ГТРК «Башкортостан»

Иман йорто – ауыл ҡото

Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет асылды. Ниһәйәт, тарихи урында, өс йыл дауамында төҙөлгәндән һуң, Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет үҙ ишектәрен аса. Иман йортон төҙөүгә ауыл халҡы тос өлөш индерә. Иҫке Ҡормаш ауылы халҡының был һуңғы йөҙ йылда тәүге тапҡыр бергәләп доға ҡылыуы. Иман ҡайтыу...

15 мая 2018
Яндекс.Метрика