К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәттәренең уртаҡ номеры барлыҡҡа килде

Башҡортостанда бөгөн 112 һандарына килгән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге асылды. Башҡортостан һуңғы йылдарҙағы иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе -  112 системаһын ғәмәлгә ашырыуға өлгәште.  Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән ҡотҡарыу хеҙмәттәренең дөйөм, йәғни, уртаҡ номеры федераль проекттар иҫәбенән. Өфөләге үҙәк тотош Башҡортостан өсөн.  Тәүлегенә  6  меңдән ашыу шылтыратыуҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмай. Диспетчер үҙәгенә килгән мөрәжәғәтәтр шунда уҡ йә ашығыс ярҙам хеҙмәтенә, ҡотҡарыусыларға, янғын һүндереүселәргә ебәрелә.  Кәрәк булған осраҡта ваҡиға урынына шунда уҡ төрлө белгестәр командаһы оҙатыла.Өфөләге диспетчер үҙәгенең тағы ла бер үҙенсәлеге. Граждандарҙан мөрәжәғәттәр башҡорт, рус, татар, инглиз, хатта япон телдәрендә ҡабул ителә. Башҡортостан Рәсәйҙә “112” системаһын бойомға ашырыусы 17-се субьект. Волга буйы федераль округында иһә беҙҙең республика ошо программаға ҡушылған өсөнсө төбәк.  Программаның бөгөн айырыуса кәрәклеген республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий хәбиров та белдергәйне. Был проект бәлки, меңәрләгән кеше генә түгел, ә  субьект именлеге нигеҙе. Республикала махсус хеҙмәттәргә йылына уртаса миллион ярым шылтыратыу булғанын иҫәпкә алғанда, яңы үҙәк тотош бер системаға яуап.  112 системаһы республика халҡы именлеген тәьмин итеүҙә сираттағы аҙым. Яҡын киләсәктә ул “хәүефһеҙ ҡала” програмаһына индереләсәк. Ул саҡта Башҡортостанда граждандар ҡотҡарыуы тулыһынса автоматик режимға күсерелә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика