Ҡыш етеү менән Яңы Иглин ауылында йыш ҡына ут һүнә

Халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, яуап юҡ. Урындағы чиновниктар ябай кешеләрҙең аһ зарына битараф. Яңы Иглин биҫтәһендә йәшәүселәр Республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәс, ниһәйәт, боҙ ҡуҙғалды. Радий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында Иглин районы хакимиәте башлығы менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүҙе талап итте. Әлиә Сиражетдинова ғаиләһе менән башҡалаға яҡыныраҡ йәшәр өсөн Яңы Иглин ауылына күсеп килә. Йорттарын быйыл ғына ипотекаға һатып алғандар. Ғаилә ауылға күскәненә үкенеп бөтә алмай. Яңы Иглиндә йыш ут һүнеүен  белмәнек, ти Әлиә. Яңы Иглин биҫтәһендә электр энергияһы мәсъәләһе 2015 йылдан алып халыҡты борсой. Йылытыу миҙгеле башланыу менән йыш ҡына ут һүнә. Ял көндәрендә иһә халыҡ бөтөнләй утһыҙ тороп ҡала, ҡайһы берҙәр хатта һалҡындан һаҡланыр өсөн машинала йылына. Электр уты бер нисә ҡабат һүнеп, өйҙәге электроприборҙарҙы ла эшлектән сығара, ти Яңы Иглиндә йәшәүселәр.Ике ҡатлы иркен йорттарҙа йәшәүселәрҙең иһә һалҡын ҡыш көндәрендә электр уты өсөн түләүе 15 мең һумға барып етә. Яңы Иглин халҡы хәҙер бер нисә йыл  район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Яңы Иглин биҫтәһендә 10 меңгә яҡын кеше йәшәй. Ауыл көндән көн үҫә, ғаиләләр яңы йорттарына тиҙерәк сығырға ашыға. Әммә трансфарматорҙар халыҡты ут менән тәъмин итеп өлгөртә алмай. Яңы Иглиндәр үҙҙәренең мәсъәләһен хәл итеү маҡсатында район хакимиәте башлығына барырға ҡарар итте, әммә хакимиәттә күҙгә күҙ күрешеп халыҡтың һорауҙарына яуап бирергә әҙер түгелдәр ине. Яңы Иглин халҡы билдәләүенсә, 800-ҙән ашыу йорт 3 трансформаторға ғына тоташтырылған. Район хакимиәтендә иһә башҡа мәғлүмәттәр. 2011 йылда төҙөлә башлаған Яңы Иглин биҫтәһенә шул тиклем ғаиләләрҙең күсеп килере күҙалланмаған, күрәһең. Ҡайһы бер урамдар иһә төҙөлөш планына ла индерелмәгән. Проектта булмаған йорттар иһә хеҙмәтләндереүҙән сикләнә, ғөмүмән, билдәһеҙ йорттар менән һөйләшеү ҙә алып барылмай, шулай ҙа  коммуналь түләүҙәр ҡәҙимгесә түләнеп бара. Район хакимиәте белгесе белдереүенсә, яңы йылда урынлаштырыласаҡ трансфарматорҙар электр уты мәсъәләһен хәл итәсәк. Яңы ҙур мәктәп төҙөлөүен, Яңы Иглин урамдары күп балалы ғаиләләр менән тулырын хакимиәт иҫәпкә алһын ине, тигән теләктә халыҡ.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар

Быйыл хәрби уҡыу йорттарының күсмә  ҡабул итеү комиссиялары абитуриенттарҙы  урындағы хәрби комиссариаттарҙа ҡабул итәсәк. Был мәжбүри  сара илдәге эпидемиологик хәл-ваҡиғалар менән бәйле. Быға тиклем уҡыусылар теләгән белем усағына үҙҙәре барып имтихан тапшыра ине. Өфө ҡыҙы Индира...

24 июля 2020
Смотреть видео Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер? | ГТРК «Башкортостан»

Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер?

Уларҙан сит кеше бурыстарын ҡайтарттыралар. Башҡортостанда йәшәүсе граждандарға үҙҙәренең исемдәре һәм фамилияларына оҡшаш кешеләрҙең бурыстарын һәм штрафтарын түләргә тура килә. Ошондай хәлгә Өфөнән Денис Степанов тарыған. Был хәл 2019 йылдың ғинуарында башлана. Өфөлә йәшәүсе Денис Степановтың...

24 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер бының өсөн 500 һумлыҡ штраф ҡаралған. Законды ҡайтанан боҙоусылар мең һум түләйәсәк. Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу рөхсәт ителмәгән өҫтәмә урындарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Дәүләт Йыйылышы-...

24 июля 2020
Смотреть видео Битлек режимы мотлаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы мотлаҡ

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең ярымға яҡынлаша. Бер тәүлектә республикала сирлеләр һаны 40-ҡа артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. 4 мең 763 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар теркәлмәгән. Пандемия...

24 июля 2020
Талаптар ҡәтғиләшә | ГТРК «Башкортостан»

Талаптар ҡәтғиләшә

COVID-19 менән бәйле хәлдең үҙгәрешен фаразлап Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сир йоҡтороу кимәле көҙгә яҡын һүлпәнәйер, тип белдерә. Министр урынбаҫары Ирина Кононова билдәләүенсә, әле пандемияның иң юғары күләме күҙәтелә, сир асыҡланған пациенттар һәм пневмония менән ауырығандар һаны бер...

23 июля 2020
Башҡортостанға ямғыр килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға ямғыр килде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса төбәк идаралығы Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе, көндәрҙең һалҡынайыуы сәбәпле һаҡ булырға саҡыра. 23 июлдә оҙайлы көслө ямғырҙар үтте. Ел төнъяҡ-көнсығыштан, талғын, һауа температураһы 19-24 градус. Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

23 июля 2020
Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша

Ергә һуңғы ете йылда иң сағыу тип танылған ике ҡойроҡло йондоҙ, комета, яҡынлаша. 23 июль төнөндә Ньювайз Ергә иң яҡын нөктәлә теркәлә. “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, Мәскәү планетарийынан алынған белешмәгә нигеҙләнеп, ғалимдар яңы асҡан комета Ергә 110,52 миллион километрға яҡынлаша, тип...

23 июля 2020
Смотреть видео Өфө буйлап экскурсия | ГТРК «Башкортостан»

Өфө буйлап экскурсия

Туристар өсөн Өфөлә тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар, һәйкәл, иҫтәлекле урындар исемлеге әҙерләнә. Әле яҡынса өс йөҙ обьект билдәле. Шулай уҡ ҡала урамдарында юл күрһәткестәре ҡуйыла башланы.  “Мираж” теплоходы бер көн эсендә яҡынса биш-алты рейс эшләй. Әле лә ул сираттағы сәйәхәтселәренә ашыға....

23 июля 2020
Смотреть видео Парк эсендәге ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Парк эсендәге ҡала

Өфөлә «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән  мәғариф семинар үтте. Сараны Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика ҡалаларында һәм ауылдарында ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ойошторҙо. Бөтә райондарҙан килгән хакимиәт вәкилдәре...

23 июля 2020
Смотреть видео Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән

Был турала Хөкүмәт Йортонда үткән брифингта урман хужалығы министрлығы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Янғындың халыҡҡа хәүефе юҡ. Был хәл даими контролгә алынған. Урал аръяғына ут сығыу осраҡтарын күҙәтеү өсөн авиапатруль ебәрелә. Йыһандан да термонөктәләр буйынса күҙәтеү алып барыла. Башҡортостан...

23 июля 2020
Яндекс.Метрика