Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә

Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Өфө БРИКС-тың үҫеш банкынан грант алған. Киләһе йылдан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор эҙләү башлана. 2013 йылда Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай төҙөлөшө проекты 6-7 миллиард һумға баһаланғайны. Уның тәүге өлөшө Блюхер урамы буйлап дәүләт циркы туҡталышынан Ҡала мәҙәниәт һарайы туҡталышына тиклем үтергә тейеш ине. Урман ҡырҡыу башланғас, ймәғәтселек был проектҡа ҡаршы сыҡҡайны.

Подпишитесь на нас в Пульс