Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә

Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Өфө БРИКС-тың үҫеш банкынан грант алған. Киләһе йылдан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор эҙләү башлана. 2013 йылда Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай төҙөлөшө проекты 6-7 миллиард һумға баһаланғайны. Уның тәүге өлөшө Блюхер урамы буйлап дәүләт циркы туҡталышынан Ҡала мәҙәниәт һарайы туҡталышына тиклем үтергә тейеш ине. Урман ҡырҡыу башланғас, ймәғәтселек был проектҡа ҡаршы сыҡҡайны.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән

Өфөлә өс билдәһеҙ кеше заправкаға төшкән. Был енәйәт эше күҙәтеү видеокамераларына эләккән. Унан күренеүенсә, ҡара битлек кейгән өс кеше заправка бинаһына килеп инә. Иң тәүҙә ҡарауылсыға пистолет тоҫҡап, иҙәнгә ятырға мәжбүр итәләр. Шул уҡ ваҡытта, ҡалған ике бур һатыусыға яҡынлаша. Иргә ҡорал...

15 ноября 2018
Смотреть видео Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса

Үҙен хәҙрәт тип танытып йөрөүсе кешене байтаҡ аҡса түләүселәр  мутлашыуҙа ғәйепләй. Ысын хәҙрәтте ялғанынан нисек айырырға? Республикала үҙҙәрен хәҙрәт тип танытып, кешеләрҙе алдаусылар бар. Дингә ышаныусыларҙың бер ҡатлылығын файҙаланып, улар күрһәткән ярҙамдары өсөн меңдәрсә генә түгел,...

15 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй журналистары берлегенә 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй журналистары берлегенә 100 йыл

Юбилей тантаналары кисә башланды, унда хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ҡатнаша. Ул әле мәскәүҙән беҙҙең менән телефон аша һөйләй.

14 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Үҙәк Америка илдәренән бер-нисә мең мигрант Мехиконан Ҡушма Штаттарҙың көньяҡ сигенә юл алған.  Гондурас, Гватемала, Сальвадор, Никарагуанан ҡасаҡтарҙы хәрбиҙәр һәм сик һаҡсылары ҡаршы алырға әҙерләнә.  Быға тиклем  Дональд Трамп  көньяҡ сикте һаҡлаусы хәрбиҙәр һаны 15 меңгә...

14 ноября 2018
Смотреть видео «Асыҡ кабинет» | ГТРК «Башкортостан»

«Асыҡ кабинет»

Республикала йәшәүсе һәр кем үҙен борсоған мәсьәлә тураһында белдерә һәм уны хәл итеүҙә тейешле ярҙам аласаҡ. Бының өсөн Башҡортостанда «Асыҡ кабинеттар» булдырыла. Улар аша халыҡ төрлө мәсьәлә менән "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала.  «Асыш-2018» тип аталған фирҡә...

14 ноября 2018
Смотреть видео Һирәк осраған сирҙән ыҙаланғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Һирәк осраған сирҙән ыҙаланғандарға ярҙам

Һирәк осраған сирлеләр һәм мөмкинлеге сикле бала тәрбиләгән ғаиләләрҙе дарыуҙар менән тәъмин итеү мәсьәләһенең бөгөнгө торошо хафаға һала. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, йәмәғәт палатаһы һәм депутат вәкилдәрен улар түңәрәк өҫтәл артында һөйләшергә саҡырҙы. Бер йәшлек Ратмир Тимербаев...

14 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта

Әле грипҡа ҡаршы прививка яһау дауам итә. Туғыҙ йөҙ меңдән ашыу кеше  киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдың февраль,  март айҙарында киҙеүҙең ныҡлап таралыуы  көтөлә. Санитар табиптар фаразлауынса, республика...

14 ноября 2018
Смотреть видео Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай

Ауырғаҙы районының Сыуаш-Ҡарамалы ауылы мәктәбендә балалар дәрестәрҙә өҫкө кейем кейеп ултырырға мәжбүр. Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай. Райондың газ хеҙмәте иҫке йылытыу ҡаҙанлыҡтарын  тикшергән һәм уларҙы ҡулланырға яраҡһыҙ тип тапҡан. Берҙәм мәктәп формаһы урынына йылы курткалар....

14 ноября 2018
Смотреть видео Туймазы ҡалаһында коммуналь авария | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы ҡалаһында коммуналь авария

Бөгөн иртән Комаров урамында эҫе һыу торбаһы тишелде. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле  йөҙләгән кеше эҫе һыуһыҙ тороп ҡалған.  5 ҡатлы туғыҙ йорт һәм бер мәктәпкә һыу биреү туҡтатылған.  Торба тишелеү сәбәптәре әлегә асыҡланмаған.

14 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда милли сәйәсәткә бәйле программа Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда милли сәйәсәткә бәйле программа Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды

Башҡортостанда ҡабул ителгән һәм милли сәйәсәткә бәйле программа Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды. Дәүләт кимәлендәге был документ республикала йәшәүсе барлыҡ милләт вәкилдәренең ғөрөф-ғәҙәттәре, милли йолалары һәм диндәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Был турала бөгөн Өфөлә Рәсәй субъекттарында дәүләт милли...

13 ноября 2018
Яндекс.Метрика