Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә

Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Өфө БРИКС-тың үҫеш банкынан грант алған. Киләһе йылдан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор эҙләү башлана. 2013 йылда Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай төҙөлөшө проекты 6-7 миллиард һумға баһаланғайны. Уның тәүге өлөшө Блюхер урамы буйлап дәүләт циркы туҡталышынан Ҡала мәҙәниәт һарайы туҡталышына тиклем үтергә тейеш ине. Урман ҡырҡыу башланғас, ймәғәтселек был проектҡа ҡаршы сыҡҡайны.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Урта диңгеҙҙә һуңғы өс көндә генә ике йөҙҙән ашыу ҡасаҡ батып үлгән. Был турала миграция буйынса халыҡ-ара ойошма хәбәр итте. Йыл башынан диңгеҙҙе йөҙөп сығырға теләгән меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Халыҡ-ара ойошмалар ашығыс саралар күрергә саҡыра. Австрия үҙ сиктәрен нығытырға ниәтләй....

4 июля 2018
Смотреть видео Кеше бәләһендә аҡса эшләү | ГТРК «Башкортостан»

Кеше бәләһендә аҡса эшләү

Әлшәй районында йәшәүсе Демешевтар ғаиләһенең 9 йәшлек улдары һирәк осраған йөрәк сиге менән ауырый. Баланы ҡотҡарыр өсөн уларға Германияла ҡиммәтле операция эшләр кәрәк. Аҡса булмау сәбәпле ғаилә интернет селтәрендә аҡса йыйыу өсөн махсус төркөм аса. Тик бының менән мутлашыусылар ҡуллана. Ҡыҫҡа...

4 июля 2018
Смотреть видео Ғәҙеллек ҡайҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ғәҙеллек ҡайҙа?

Өфөнөң Рәсәй урамындағы бер  йортта йәшәүселәр фатирҙағы йылылыҡ өсөн хаҡтың икеләтә артып килеүенә зарлана. Аптырашта ҡалған халыҡ дөрөҫлөктө асыҡлай башлай. Ни өсөн хаҡтар артып килә? Торлаҡ менән хужалыҡ итеү хеҙмәткәрҙәре ниндәй яуап бирҙе? Өфөнөң Рәсәй урамындағы был йортта йәшәүсе Флорид...

4 июля 2018
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда дауыл сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда дауыл сығыуы ихтимал

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ, елдең секундына 26 метрға тиклем көсәйеүе, таулы райондарҙа һауа температураһы +31,+36 градус булыуы көтөлә.Ҡотҡарыусылар насар һауа торошонда һаҡсыллыҡ саралары тураһында иҫкә төшөрә.

4 июля 2018
Смотреть видео Өфөлә һыуға батыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә һыуға батыусылар арта

Бөгөн Дим биҫтәһендә 6 йәшлек баланың ғүмере өҙөлөүе тураһында мәғлүм булды. Ул ата-әсәһе менән ял итергә барғанда һыуға батып һәләк була. Һыу инеү миҙгеле башланғандан һуң 6 кеше батҡан. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе-билдәләнмәгән урында һыу инеү. Күптәр һыуҙа үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен белмәй. Бата...

4 июля 2018
Смотреть видео Янғын һүндереүселәр ярыша | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндереүселәр ярыша

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралыҡтарының янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса төбәк-ара ярыштары башланды. Өфөлә асылған сарала төрлө өлкәләрҙән 23 команда, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре лә көс һынаша. 18 йәшлек Вадим Мозафаров мәктәптә уҡығанда уҡ янғын һүндереү...

3 июля 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә Менделеев урамында дүрт ҡатлыҡ бина янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә Менделеев урамында дүрт ҡатлыҡ бина янып китте

50 кеше имен урынға күсерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүслер тураһында хәбәр ителмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут тиҙ арала һүндерелгән. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле тәфтишселәр эшләй.

3 июля 2018
Смотреть видео Рәсәйҙә 2018-2020 йылдарға коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса милли план раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә 2018-2020 йылдарға коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса милли план раҫланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, сикләүҙәр, тыйыуҙар һәм талаптар системаһын яҡшыртыу, һатып алыуҙар, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә коррупция менән көрәшеү буйынса сараларҙы камиллаштырыу, ҡарала. Указда Федерация Советына, Дәүләт Думаһына, Юғары судҡа, Иҫәп палатаһына, Үҙәк...

3 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германия канцлеры Европа илдәрен миграция мәсьәләһе буйынса берҙәм сәйәсәт булдырырға саҡырҙы. Ангела Меркель әйтеүенсә, Европа өсөн миграция мәсьәләһе хәл иткес булыуы ихтимал. Кире осраҡта беҙҙең ҡимәттәргә бер кем дә ышанмаясаҡ, тигән Германия канцлеры. Ул Европа берлегенә ингән илдәрҙең һәр...

3 июля 2018
Смотреть видео 70 ауырыуҙан дауа | ГТРК «Башкортостан»

70 ауырыуҙан дауа

Өфөлә ғалимдар башҡорт балының балауыҙын таҙартыу ысулын уйлап сығарған. Был асыш иһә, балауыҙҙы сит илдәргә сығарыу мөмкинлеген бирә. Яңы ысулды тормошҡа ашырыу өсөн күпме ваҡыт сарыф ителә һәм уның үҙенсәлеге нимәлә? Яҙғы-йәйге осорҙа оянан сыҡҡан ҡорттарҙың бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа...

3 июля 2018
Яндекс.Метрика