К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә үҙенсәлекле курс эшләй

Унда башҡорт телен өйрәнәләр. Аҙнаның бер кисендә эштән, уҡыуҙан тиҙерәк бушап, төрлө милләт вәкилдәре Айгөл Рәшитованың  “ArtClub” ижади оҫтаханаһына ашыға. Дәрестәр үҙенсәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла үтә. Ручка, дәфтәр, өйгә эштәр – барыһы ла ғәҙәти дәрестәгесә. Әммә, башҡаларынан айырмалы,  бында уҡыусыларҙы ҡайнар самауыр һәм дуҫтарының көләс йөҙҙәре  көтә. Башҡорт телен өйрәнеү курсына ике төркөм йөрөй. Шаршамбы — башҡорт телен туған теле булараҡ  белгәндәр, ә  бына кесаҙна кисендә Александра һәм Ума кеүек башлап өйрәнеүселәр.Зөһрә Бураҡаева башҡорт һүҙҙәрен еңел аңлата, һүҙҙе күҙ алдына килтерерлек күренеш менән сағыштыра. Социаль селтәрҙәрҙә  “Һаумыһығыҙ” төркөмөндә дәрестәрҙең тура эфирҙа трансляцияһын ҡарарға мөмкин. Уны идея авторы Айгөл Рәшитова алып бара. Уйынлы-ысынлы, ҡапма — ҡаршы ҡуйып шаяртыу ҙа телде тиҙ үҙләштерергә ярҙам итә.   Төп ҡорал – телгә һөйөү уята белеү. Янинаның ҡартатаһы поляк. Миндә төрки халыҡтарының  да ҡаны бар, ти крайҙы өйрәнеүсе һәм  был проекттың уңышлы буласағын  фаразлай. Йылы атмосферала йылы һүҙҙәргә урын күберәк.Үткән һүҙҙәрҙе ҡабатлап, нығытыу, яңыларын яҙып алыу араһында Зөһрә Бураҡаева Башҡортостан тарихынан факттар менән дә таныштырып өлгөрә.Дәрес һуңында бер ни тиклем ваҡыт телмәр  нығытыуға бүленә. Бер аҙнанан төркөм йәнә осрашыр һәм башҡорт телендә камил аралашыуға тағы ла бер аҙым яҡыныраҡ булыр ул саҡта. Зөһрә Бураҡаева һәм Айгөл Рәшитованың да башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн әҙерләй башлаясаҡ китабының да исем туйы көнө яҡынайыр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика