К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәрендә һәр бала йылы аш менән туҡланырға тейеш

Республика етәксеһе ошондай бурыс ҡуя. Ауыл һәм ҡала мәктәптәрендә балалар нимә ашай һәм туҡланыу хаҡы күпме? Картуф иҙмәһе, иттән эшләнгән ризыҡ, икмәк, витаминлы салат һәм һут. Мәктәп уҡыусыларының төшкө ашы туҡлылы ла, тәмле лә булырға тейеш. Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ашхана ризығы менән тулыһынса ҡәнәғәт.. Уҡыусыларҙың иртәнге һәм төшкө аш рационын ата-әсәләр үҙҙәре билдәләй. Бындай ысул күпкә отошлораҡ, тип һанай улар. Прибельский ауылының урта дөйөм белем биреү учреждениеһында уҡыусылар яҡынса утыҙ һумға ашаһа, ә бына Малай ауылындағы мәктәптә егерме биш һумға барып баҫа. Мәктәптә  егерме биш бала белем ала. Улар  бер тапҡыр ашай. Бынан тыш, Малай ауылы мәктәбе балаларға төп белем биреүҙән тыш, яҙғыһын баҡса эштәренә лә өйрәтә. Ашханаға итте ҡаланан килтерһәләр, ә бына баҡса емештәрен улар бер нисә айға еткерә. Учреждениела бала аҙ булғанға күрә лә, бешерелгән аҙыҡ һәр береһенә етә, ти хеҙмәткәрҙәр.Белем биреү учреждениеларындағы иттән эшләнгән фарш һәм балыҡ Өфөләге мәктәп һәм балалар туҡланыу үҙәгендә әҙерләнә. Бында бер көн эсендә ике тоннаға яҡын ит эшкәртелә. Бөтәһе 150-гә яҡын мәктәп һәм балалар баҡсаһы ит менән тәьмин ителә.Махсус ҡоролмалар ярҙамында иттән эшләнгән ошондай әҙер ризыҡ сыға. Әйткәндәй, бер көн эсендә бер мәктәпкә яҡынса 1200 аҙыҡ ебәрелә. Иттән эшләнгән ризыҡты утыҙ градуслы һыуытҡысҡа ҡуялар. Ярты сәғәттән һуң, уны махсус шыптырға һалып, билдәләнгән мәктәпкә оҙаталар. Ә мәктәптә иһә килтерелгән ризыҡ егерме минут эсендә бешеп сыға. Ҡалалағы белем биреү учреждениеларында ла ашнаҡсылар төшкө ашты үҙҙәре бешерә. Роспотребнадзор һәр бер мәктәп һәм балалар баҡсаһындағы туҡланыу режимын контрольдә тота. Быйыл ғына мәҫәлән, 172 тапҡыр тикшереү үткәрелгән. Йылына бер нисә тапҡыр үткәрелгән тикшереү эштәре лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ә ҡағиҙә боҙоусылар язаға тарттырыла. Киләһе йылдарҙа ла белем биреү учреждениеларында һәр уҡыусыны мотлаҡ йылы аш менән тәьмин итеү ҡарала.

 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика