Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә

Үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләргә бөгөн ошо уңайҙан рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Беҙҙең киләһе видеояҙма геройҙары өсөн һөнәри байрам ғаилә тантанаһына башланғыс һала. Ксения Ивашкова ирекмән эҙәрмәндәр отрядының Башҡортостан бүлеге мәғлүмәтсеһе. Тәүлек әйләнәһенә яңыртылып торған хәбәрҙәрҙе эҙәрмәндәргә тиҙ арала тапшырыу уның төп бурысы. Монитор алдындағы өсәр сәғәт дежурлыҡты балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә ойошторолған әңгәмәләр менән аралаштыра.Иван Букреев менән Ксения эҙәрмән операцияһында танышҡандар. Егет “Лиза-алерт” отрядына бынан дүрт йыл элек ҡушылған. Ҡыҙ бала юғалған, тигән хәбәргә битараф ҡала алманым, ти. Ярты йылдан һуң сабыйҙың мәйете табылғас, эҙәрмән эшен ташламаҫҡа ҡарар иткән. Аяныс хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын өсөн ул үҙе кеүек мәрхәмәтле кешеләр менән берләшкән.Бындай саҡырыу тәүлек сәғәтенә ҡарамай. Саҡрымдарҙы ла иҫәпләмәй. Ашығыс хәбәр алыу менән эҙәрмәндәр юлға ашыға. Юғалған кешене ни тиклем тиҙерәк эҙләй башлаһаң, ахыры шул тиклем һөйөнөслө. Йөҙ осраҡтың етмешендә кеше имен табыла, ти эҙәрмәндәр. Иң оло бүләк шул. Ирекмәндәр эш хаҡы өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса хеҙмәт итә. Ә ҡайҙа йөрәк, шунда мөхәббәт. Тәү ҡараштан түгел, уларҙың һөйөүе эҙәрмән һынауҙарын үткән.  Ксения менән Иванды уртаҡ маҡсат, ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлек һәм изге ғәмәл ҡылыу теләге берләштерә. Пар әле туйға әҙерләнә, ҡауышыу балдаҡтарын һайлай. (в кадре) Отрядта ирекмәндәрҙең юғалған кешеләрҙе генә түгел, ә бер-береһен дә тапҡан осраҡ Башҡортостанда беренсе тапҡыр теркәлә. Ксения менән Иван артабан уртаҡ маҡсаттарҙы эштә генә түгел ғаиләлә лә нығытып ирекмән йылы менән ғаилә йылына матур йомғаҡ яһай.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

1 час 20 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео СНЮС һатҡан өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

СНЮС һатҡан өсөн штраф

Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай

 Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһында заман талаптарына яуап биргән яңы лаборатория асылды. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Анализдарҙы тиҙҙән элекке кеүек сиратта тормайынса  тапшырырға мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәләр электрон почта аша...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә

Башҡортостан донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә. “Фән” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ошондай йәнә биш үҙәк ойоштороласаҡ.Республика өсөн был үҙәк фән һәм эшҡыуарлыҡ дәирәләрен берләштереп иҡтисади үҫеш мөмкинлегенә яңы ынтылыш бирер, тип көтөлә. Фән...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде. Ғинуарҙа сәнәғәт етештереүе индексы 102 процентҡа еткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, яуланған үрҙәрҙә генә туҡталып ҡалырға ярамай, мөһим күрһәткестәрҙе арттырыу өсөн тағы ла тырышырға кәрәк....

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә...

17 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Яндекс.Метрика