Башҡортостанда 12 бала яңы йылға үҙенсәлекле бүләк көтә

“Моторика” социаль проекты сиктәрендә уларға бионик ҡул ҡуйыласаҡ. Тыумыштан ҡулһыҙ һәм төрлө сәбәптәр менән ҡулын юғалтҡан кешеләргә бындай мөмкинлекте Сколково белгестәре тәҡдим итә.  Әлегә тиклем һис хәрәкәтһеҙ косметологик протез йөрөткән Наталия Рыбакова хәҙер яһалма ҡул менән әүҙем эш итә. Заманса ҡоролманы терһәк быуыны эшләтә. Ҡул суғы һәм ҡушар протезы яһалма ҡулдың элекке өлгөһөнән ағза функцияларын ҡайтарыу үҙенсәлеге менән айырыла. Кеше тәү сиратта көнкүреш талаптарҙы үтәү, теләгәндә яңы хәрәкәттәр үҙләштереү мөмкинлеген ала. Был протездар пациенттың шәхси үлсәмдәре буйынса яһала. Яһалма ҡулды эшләп урынына ҡуйғансы ике-өс аҙна ваҡыт талап ителә. Балаларға тәғәйен өлгөләр ҡул үҫкән ыңғайға яңыртылып тора. Заманса протездарҙы күпселек осраҡта балалар һәм үҫмерҙәр ала. Сығымдарҙы социаль страховкалау фонды күтәрә. Протез ҡуйыу белгестәре ошо көндәрҙә Өфөлә биш балаға һөйөнөс килтерһә, яңы йылға тиклем йәнә 8 кешене хеҙмәтләндерергә ниәтләй. Ҡул протездарын яңыртыу, социаль яҡтан мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу маҡсатында стратегик инициативалар агентлығы ярҙамы менән, илдең бар төбәктәрендә лә ойошторолған. Башҡортостан исемлектәге илленсе төбәк. Киләһе йылда өс-дүрт тиҫтә мохтаждарға яһалма ҡулды бионик протезға алмаштырыу күҙ уңында тотола. Бионик, йәғни, ағзаның мускулдары ярҙамында хәрәкәткә килтерелгән яһалма ҡул “Сколково” ғалимдарының иң яңы өлгөһө. Уның яһалма ағзалар мәсьәләһенә ҡарашты бөтөнләй үҙгәртеүенә ышаныс бар. Уң ҡулынан тыумыштан мәхрүм Наталия Рыбакова ла бионик протез тураһында хыяллана. Ҡыҙға уны ике йылдан, нервы күҙәнәктәренең бар мөмкинлеге тикшерелеп табиптар йомғаҡ яһағандан һуң ҡуйырға мөмкин.

Подпишитесь на наш Telegram-канал