Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһына бәйле хөкүмәттең ашығыс ултырышын үткәргән. Уға тиклем премьер-министр Эдуард Филипп кәңәшләшер өсөн эре фирҡәләр етәкселәрен саҡырған.  Социалистар фирҡәһе һалымдар артыуға мораторий индерергә, республикандар референдум үткәрергә, милли берекмә етәксеһе Марин Ле Пен бөтөнләй ваҡытынан алда һайлауҙар үткәрергә саҡырған. “Һары жилеттар” яғыулыҡҡа хаҡтар артыуға ҡаршы сығыш яһай.

Махсус операция барышында Тифлистә Украинанан алты кеше ҡулға алынған. Улар Грузияла президент һайлауына ҡыҫылыуҙа ғәйепләнә. Милли гвардияла был хәл буйынса ентекле тикшереү башланған. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡулға алыныусыларҙың барыһы ла һайлау алдынан милли сикте үткән. Ҡунаҡханала улар йәшәгән бүлмәләрҙә пистолеттар, автоматтар табылған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

“Союз МС-11” корабле экипажы-халыҡ-ара космос станцияһы бортында. Станцияға рәсәй космонавты Олег Кононенко, НАСА һәм Канада космос агентлығы астронавтары килде. Экипаж космоста 194 көн эсендә 48 фәнни эксперимент үткәрергә тейеш.

Америкала 300 Санта-Клаустарҙың тауҙан саңғынан шыуыуында 300 кеше ҡатнашҡан. Акция 19 йыл үтә һәм матур йолаға әйләнгән. Марафонда ҡатнашыусы һәр кем мәғариф һәм ял итеү программаларын яҡлауға 20 доллар түләгән.

Хорватия йыйылма комндаһы ярым һаҡсыһы Лука Модрич Франс Футбол журналы версияһы буйынса йылдың иң яҡшы футболсыһы итеп танылды. Бүләкләү тантанаһы парижда үтте. Белгестәр фекеренсә, Лука Модрич Португалиянан Криштиану Роналдуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ уйын күрһәтә.

Смотрите нас в YouTube