Башҡортостанда яңы инвестиция программалары өҫтөндә етди эш бара

Уның береһен Ауырғазыла бойомға ашырырға ниәтләйҙәр. Районда 6 мең баштан ашыу һауын һыйырына иҫәпләнгән фермалар төҙөү ҡаралған. Был — Республика агросәнәғәт комплексындағы иң ҙур проект буласаҡ. Дөйөм хаҡы 4 ярым миллиард һумға баһаланған  төҙөлөш бер-нисә этапта уҙғарыла. Сумма юғары булһа ла, ул сығымдарҙы тулыһынса аҡлаясаҡ. Фермалар сафҡа тапшырылғандан һуң йөҙәрләгән кешегә хеҙмәт урындары булып, йылына 9 мең тонна һөт һауыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған “Инвестиция сәғәте” ултырышында әйтелде. 

Смотрите нас в YouTube