Һөнәрендә иң яҡшыһы

 Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне. Уларға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Ҡатнашыусылар араһында ташсы, урман ҡырҡыусы, иретеп йәбештереүсе, слесарь-сантехник, кондитер һәм ҡымыҙсылар бар. Сараның тәүмаҡсаты – тап ошо эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу, йәштәрҙә был профессияларға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Тантанаға бүләкләнеүселәрҙең балалары ла килгәйне. Улар ата-әсәләренән үрнәк алып, ғаилә династияһын дауам итер, тигән өмөт бар. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан килгән Мәхийәновтар ғаиләһе 8 йыллап ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә, ҡыҙҙарында ла был һөнәргә һөйөү уятҡандар.

Подпишитесь на нас в Пульс