Республикала шыршы баҙарҙары эшләй башланы

Башҡаланың төп майҙансыҡтарында һәр кем урман ҡупшыҡайҙарын һатып алала. Балалар өсөн төҙөлгән боҙ майҙансыҡтары ла гөрләп тора. Боҙ ҡаласыҡтары республика кимәлендәге конкурста ҡатнашасаҡ һәм  еңеүселәр 500 мең һум аҡса менән бүләкләнәсәк.Альбина менән Гөлсиә Затон биҫтәһендә йәшәй. Бер мәктәптә уҡыған ҡыҙҙар дәрестәрҙән һуң да бергә уйнарға күнеккән. «Тулҡын” баҡсаһында төҙөлгән боҙ майҙансығы улар өсөн ҙур шатлыҡ. Майҙанда боҙҙан эшләнгән ҙур тау, төрлө һындар, лабиринт, ҡупшы шыршы, әлбиттә, ҡыш бабай менән ҡарһылыу ҡышҡы әкиәт донъяһын хәтерләтә.Иң мөһиме, балалар майҙансыҡтары хәүефһеҙ булырға тейеш. Махсус комиссия башҡала райондарында ойошторолған боҙ ҡаласыҡтарын ҡабул итеп алды. Һәр майҙансыҡ бер-береһенән айырыла, оҫталар төрлө тематикаға боҙ һындар эшләгән. Эксперттар билдәләүенсә, боҙ һындарҙың мөйөштәре  тигеҙ булыуы мөһим, асыҡланған бар етешһеҙлектәр тиҙ арала төҙәтелергә тейеш.Боҙ ҡаласыҡтарын биҙәгән мөһабәт шыршылар төрлө райондарҙан килтерелгән. Башҡалала шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай ағастарын һатыу өсөн 71 урын билдәләнгән. Иң беренсе сиратта, шыршы һәм ҡарағай ағастарын һайлар өсөн уның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар бирергә кәрәк. Ул матур күпереп торорға тейеш. Ботаҡтары һығылмалы , улар һынмай. Энәләрен ыуалап ҡарарға мөмкин. Тик сатлама һыуыҡтарҙа ағастарҙың был сифаттарын тикшереп булмай. Белгестәр әйтеүенсә, әле шыршы һатып алыу өсөн иң уңайлы мәл.Шыршы-ҡупшыҡайҙарҙы һатып алыусыларға шәхси эшҡыуарҙарҙың документтарына ла иғтибар итеү яҡшы, сөнки рөхсәтһеҙ һатыу тыйыла, ә урман хужалығы менән килешеү төҙөлгән эшҡыуарҙар сифатлы ағастар тәҡдим итә.

Подпишитесь на нас в Google Новости