Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Лондонда “Ауаз” ойошмаһы вәкиле Тереза Мэй битлеген кейп урамға сыҡҡан һәм үтеп барыусыларға “Брексит Мэй” тигән помадалар тәҡдим иткән. Тереза Мэй парламентта брексит буйынса тауыш биреүҙе кисектереп торорға ҡарар иткән.

Рио-де жанейрола 60 мең литр нефть йылғаға аҡҡан. Урындағы хакимиәттәр хәбәр итеүенсә, яғыулыҡ урларға теләүселәр нефть үткәргес торбаны тишкән. Әлегә йылғаны нефттән таҙартыу эштәре бара.

Рәсәй эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Росгвардия ярҙамында Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе ике ирҙе ҡулға алды. Улар 1 миллион 600 мең һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Ирҙәр Красноярскийҙа банктағы 12 иҫәпкә ҡулдан эшләнгән аҡсалар һала. Һуңынан уларҙы алғанда ирҙәр тотола.

Подпишитесь на наш Telegram-канал