Мәктәп автобусы

Башҡортостан мәктәптәренә яңы 217 автобус һатып алына. Яңы автобустарҙың сираттағы партияһынан асҡыстар бөгөн тапшырылды. Ермолаево ҡасабаһындағы 2-се дөйөм биреү мәктәбе иҫке йылды яңы ҡыуаныстар менән оҙата. Белем биреү усағына яңы автобуслы булды. Еромолаеволағы икенсе мәктәптә күрше ауылдарҙан йөрөп уҡыусылар байтаҡ. 38 баланы көнөнә ике сменаға икешәр тапҡыр ташыу өсөн, әлбиттә, төҙөк техника кәрәк. Республиканың белем усаҡтарындағы  мең 300 автобустың илле бише ныҡ иҫкергәнлектән бөтөнләй ҡулланылмай. Был мәсьәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың эш сәфәрҙәре барышында ла һәр саҡта айырым иғтибарҙа. Белоретмы, Баймаҡмы, Әбйәлил йә иһә башҡа төбәктәрме, мәғариф системаһы, уҡытыу алымдары һәм мәктәп автобусы – быларҙың барыһы ла күҙ уңында. Башҡортостан яҡын арала мәктәптәргә 217 автобус ҡайтарасаҡ. Иң ҙур партияларҙың береһе Стәрлетамаҡ районы өсөн. Суртан ауылындағы белем усағының да хәҙер яңы автобусы бар.  “Мәктәп автобусы” артабан да мәғариф системаһының өҫтөнлөклө программаһы иҫәбендә ҡаласаҡ. Ҡаҙнанан бүленгән миллардтарса һумдың тап автобустарға тәғәйенләнеүе уҡытыусыларға, ата–әсәләргә, бигерәк тә ошо автобустар хужаһы – балаларға шатлыҡ өҫтәй.  

Читайте нас в Яндекс.Дзен