Радий Хәбировтың эш сәфәре

Ишембай районындағы Петровский ауылындағы дауахана үҙгәртеп ҡоролоп, ҡалалағы балалар табыу йорто яңыртылһа, Күмертауҙа “Квантолаб” технопаркы һәм “Сапсан Арена” боҙ һарайы тәүге һынау уҙҙы. Был ваҡиғалар республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Башҡортостандың көньяҡ өлөшөнә эш сәфәре барышына тура килде.

Социаль үҙгәрештәр Ишембай ҡалаһында ғына түгел, районында ла көтөлә. Тиҫтәләрсә йылдар капиталь ремонт күрмәгән дауаханалар яңы һулыш аласаҡ.  Башҡортостан етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юрматы ерендәге бер-нисә ауылда булып, халыҡ менән осрашты. Ауылдарҙа йәшәүселәрҙең үтенесе лә көн итмешкә тура килә. Халыҡ социаль уңайлыҡтар менән бергә етәкселек һүҙен ишетеүгә һыуһаған.

Яңы вазифала Радий Хәбиров тыуған ере – Ишембайҙа рәсми сәфәр менән беренсегә килде. Тик осрашыуҙар кемдер менән ҡыуаныслы әңгәмә ҡороу, һағыныу һүҙҙәрен еткереү генә түгел. Маҡсат — көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү. Мәҫәлән, Петровский ауылы дауаханаһы. Тиҙҙән  ул ремонтҡа ябыласаҡ. Ә ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереү ваҡытлыса Маҡар ауылына күсә.

Ишембай районы бала табыу йорто ла төҙөкләндереләсәк. Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән бина әле ярым емерек хәлдә. Ә күпселек медицина ҡорамалдары заман талаптарына яуап бирмәй. Бала табыу йортоноң элекке планировкаһы табиптар һәм әсәләр өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, бала табыу бүлеге, интенсив терапия, хирургия бүлектәре төрлө урындарҙа.

Ишембайҙың төп сәнәғәт предприятиеларың береһе – “Витязь” йәмғиәте. Радий Фәрит улы үҙе хеҙмәт юлын башлаған сәнәғәт комплексы киләсәгенең өмөтлө буласағына ышаныс белдерә. Тап ошо завод илдең оборона министрлығы заказдарын үтәй. 

Яңы йылды Күмертау халҡы яңы өмөттәр генә түгел, ә өр–яңы социаь обьекттар менән ҡаршылай. Уларҙың береһе хаҡы 334 миллион һумға баһаланған “Сапсан-Арена” үҙәге. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған боҙ һарайын асыу тантанаһында сығыш яһап,

Радий Хәбиров шахтерҙар ҡалаһында тағы ла бер үҙгәреш буласағын вәғәҙәләй. Ул тап “Шахтер” стадионын үҙгәртеп ҡороу. Әле был обьект ярым емерек хәлдә. 

Күмертауҙың хәҙер үҙ технопркы ла буласаҡ. Инженерлыҡ менән ҡыҙыҡһынған балалар өсөн “Квантолаб” үҙәге көн һайын меңгә яҡын баланы ҡабул итергә әҙер. Хайтек-цех, аэро һәм робоквантум. Былар замана һүҙҙәре генә түгел. Был төшөнсәләр буласаҡ ғалимдарҙы ылыҡтырыу йүнәлеше. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә, иртәгә лә  яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, урыны менән +3-кә тиклем, көндөҙ +24,+29 градус.

12 мая 2021
Смотреть видео Мискә формаһындағы мунсалар | ГТРК «Башкортостан»

Мискә формаһындағы мунсалар

Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. ... тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят...

12 мая 2021
Смотреть видео Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир

 Башҡортостан балыҡсылары яңы миҙгелгә әҙерләнә. Яҡшы табыш эләктерергә теләүселәр ҡоралды ҡайҙа яңырта? Әлбиттә, Өфөнөң Аксаков урамындағы “Блесна” магазинында. Бында балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы табырға була. Ысын балыҡсы миҙгел һайламай. “Блесна” магазинында ҡышҡы балыҡсылыҡ...

12 мая 2021
Смотреть видео “Русь Великая” теплоходы Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

“Русь Великая” теплоходы Өфөлә

Беренсе тапҡыр Өфөлә булған “Русь Великая” теплоходы бөгөн илдең баш ҡалаһына ҡайта. Өс палубалы теплоход баш ҡаланың Дуҫлыҡ Монументында туҡтағайны. Мәскәүҙән килгән туристар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша алды. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Өс палубалы “Русь Великая”...

12 мая 2021
Смотреть видео Шайморатов ауылында хәйриә концерты | ГТРК «Башкортостан»

Шайморатов ауылында хәйриә концерты

Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Кесеһе лә, олоһо ла яттан белгән “Шайморатов генерал” йыры легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ауылдаштарының гимнына...

12 мая 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, талпандар | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, талпандар

Башҡортостанда талпандан зыян күреүсе 800-ҙән ашыу кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак тикшерелгән бөжәктәрҙең 0,8 проценты энцефалитлы, 18 проценты боррелиоз вируслы...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта

Һаулыҡ-һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында ла вакцина эшләтеүселәр һаны күп  булған. Ял көндәрендә генә   40 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан.. Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  293 меңдәң ашыу кеше  эшләткән...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ...

12 мая 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазандағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәргә Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын...

12 мая 2021
Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Яндекс.Метрика